Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Ноябрь 2020, 14:00

"Чапай"

Журналист Миләүшә Годбодь (Килмөхәмәтова) данлы батырыбыҙ Даян Мурзин тураһында әҫәр ижад иткән. Киләсәктә уны “Ағиҙел” журналында уҡырһығыҙ.Бала сағында уҡ Даян ҡыйыулығы,тәүәккәллеге менән айырылып тора. Шуға ла "Чапай" тигән ҡушамат йәбешә уға. “Был ҡушаматтың үҙенә күрә тарихы бар, – тип һөйләй яҡташы Риф Кәлимуллин, – миңә был турала Даян ағайҙың яҡын туғаны һөйләгәйне.Даян бала сағында тиҫтерҙәре менән Сөн йылғаһында ат йөҙҙөрөргә, балыҡ ҡармаҡларға ярата. Бер ваҡыт шулай ат йөҙҙөргәндән һуң Даян үҙенән ике йәшкә оло Рухүлбаян менән ауылға саптыра. Ауыл тыҡрығына еткәс кемдеңдер:Стуй, стуй! – тип ҡысҡырыуын ишетә Даян.

Журналист Миләүшә Годбодь (Ҡолмөхәмәтова) данлы батырыбыҙ Даян Мурзин тураһында әҫәр ижад иткән. Киләсәктә уны “Ағиҙел” журналында уҡырһығыҙ.
Бала сағында уҡ Даян ҡыйыулығы,тәүәккәллеге менән айырылып тора. Шуға ла "Чапай" тигән ҡушамат йәбешә уға. “Был ҡушаматтың үҙенә күрә тарихы бар, – тип һөйләй яҡташы Риф Кәлимуллин, – миңә был турала Даян ағайҙың яҡын туғаны һөйләгәйне.
Даян бала сағында тиҫтерҙәре менән Сөн йылғаһында ат йөҙҙөрөргә, балыҡ ҡармаҡларға ярата. Бер ваҡыт шулай ат йөҙҙөргәндән һуң Даян үҙенән ике йәшкә оло Рухүлбаян менән ауылға саптыра. Ауыл тыҡрығына еткәс кемдеңдер:
  • Стуй, стуй! – тип ҡысҡырыуын ишетә Даян.
  • Ҡараһа, алда арбалы ат саба, ә унда атаһы янында бәләкәй генә бала ултыра. Даян улар менән тигеҙләшкән саҡта ғына арбаға һикерә һәм ярһыған аттың теҙгенен эләктереп ала. Ат туҡтай. Быға барыһы ла шаҡ ҡата! Вәт герой! Был бит торғаны менән Чапай!
    Был хәл тураһындағы хәбәр ел тиҙлегендә бөтә ауылды урап сыға. Барыһының да телендә Даян, ҡыйыулығына һоҡланмаған кеше ҡалмай. Ҡарттар: “Дә-ә, был простой малай түгел, ҙур кеше сығыр”, – тип тел шартлата. Шул хәлдән һуң Даянға почетлы "Чапай" ҡушаматы йәбешә лә инде.
    Читайте нас: