Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы һәм Мәҙәниәт министрлығы “Башҡорт теленә ЯҢЫ ҠАРАШ” тип аталған социаль видеороликтар конкурсы иғлан итә. Ул социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телен үҫтереүгә йүнәлтелгән.
Унда теләге булған һәр кем ҡатнаша ала, йәғни йәш сикләүҙәре юҡ.
Хаттың темаһын “Конкурсҡа эш (“Работа на конкурс”) тип күрһәтергә һәм үҙ фамилияңды яҙырға, мәҫәлән: Конкурсҡа эш, Садыҡов А. Бәйге булғас, бүләктәр ҙә бар!
Бынан тыш тамашасылар һөйөүе призы – смартфон өсөн стабилизатор ҡаралған, ул социаль селтәрҙә тауыш биреү юлы менән билдәләнәсәк.
Видеояҙмалар өсөн түбәндәге талаптар ҡаралған:
Видеороликтар 15–60 секундлыҡ, AVCHD, AVI, MOV, MPEG-2, MPEG-4 форматында горизонталь рәүештә төшөрөлгән булырға тейеш. Шулай уҡ ярашлылыҡ яҡтары 16:9 өсөн рөхсәт ителгән иң түбән күләм 1280 х 720, 4:3 яҡлы өсөн – 640 х 480. Текстар һәм тауыш оҙатыуы башҡорт телендә булырға, әгәр русса булһа, башҡорт телендәге субтитрҙар менән оҙатылырға тейеш. Роликтың башында йәки аҙағында Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының логотибын ҡулланыу мотлаҡ.
Социаль видеороликтарҙың авторҙары авторлыҡ тураһында мәғлүмәтте титрҙар менән күрһәтә. Реклама материалдары ҡулланыу тыйыла.
Эштәр 2020 йылдың 10 декабренә тиклем ҡабул ителә.
Әйҙәгеҙ, башҡорт теленә яңыса ҡарашығыҙҙы сағылдырған видеояҙмалар эшләп, конкурста әүҙем ҡатнашығыҙ!
Фото: Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды.