Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Ноябрь 2020, 14:45

Башҡорт теле

«Башҡорт теленә ЯҢЫ ҠАРАШ» видеороликтар конкурсы иғлан ителде. Ул социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телен үҫтереүгә йүнәлтелгән. Ҡатнашыусыларҙың йәше сикләнмәй.

«Башҡорт теленә ЯҢЫ ҠАРАШ» видеороликтар конкурсы иғлан ителде. Ул социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телен үҫтереүгә йүнәлтелгән. Ҡатнашыусыларҙың йәше сикләнмәй.
Конкурсты ойоштороусылар – Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Милли мәғариф идаралығы һәм Мәҙәниәт министрлығы. Маҡсаты – технологиялар һәм интернет заманында туған (башҡорт) телде өйрәнеү проблемаһына йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү.
Бүләктәр:
1-се урын — Apple iPhone 11
2-се урын — Ноутбук
3-сө урын — Планшет.
Тамашасылар һөйөүе призы – смартфон өсөн стабилизатор. Тамашасылар һөйөүе призы социаль селтәрҙәрҙә тауыш биреү юлы менән билдәләнә.
Социаль ролик авторҙары видеоматериалдарҙа авторлыҡ титрҙарын күрһәтергә тейеш. Реклама материалдарын файҙаланыу тыйыла. 2020 йылдың 10 декабренә тиклем тапшырырға кәрәк.
Социаль ведороликтарҙың миҫалдары: https://vk.com/videos-182678571?section=album_8.
Ҡатнашыу өсөн:
[email protected] электрон почтаһына ғариза ебәрергә,
— хаттың темаһына «Конкурсҡа эш» тип яҙырға һәм исем-шәрифте күрһәтергә кәрәк. Мәҫәлән: Конкурсҡа эш, Садиҡов А.
Беҙҙең социаль селтәрҙәр:
  1. Бәйләнештә: https://vk.com/bash_fond
  2. Инстаграм: https://www.instagram.com/bash_fond
  3. Читайте нас: