Конкурста ҡатнашыусылар үҙ халҡының милли кейемен, аш-һыуын, һәләтен һәм киске күлдәктә дефиле күрһәтте.
Наилә Дәүләтшина сығышы менән Башҡортостандың Ейәнсура районынан. М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында беренсе курста уҡып йөрөй. Конкурста Наилә «Бөрйән ҡыҙҙары» бейеүен башҡарҙы, ҙур бәлеш бешерҙе һәм башҡорт халҡының йолалары хаҡында һөйләне.
Модель агентлығында Наилә 2018 йылдың яҙында шөғөлләнә башлай. Ошо ваҡытта байтаҡ конкурстарҙа ҡатнашып өлгөрҙө: «Мисс Башҡортостан — 2019» (тәүге бишәү иҫәбенә инде), «Башҡортостан һылыуҡайы -2018» (2-се вице-мисс), «Мисс ЭКО Башҡортостан — 2019» (гран-при), «Miss Eco Teen — 2019» (Мысыр).