Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Ноябрь 2020, 21:35

Ҙур саралар уҙҙы Барҙала

Пермь крайында ҙур мәҙәни сара – Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре уҙҙы. Уның сиктәрендә “Пермь крайының мәҙәни байлығында Урал башҡорттары” тип аталған түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Был йыйылышта ғәйнә башҡорттары этнографияһына ҡағылышлы яңы методологик материалдар, атап әйткәндә “Пермь крайы башҡорттары” тип аталған йыйынтыҡ һәм шулай уҡ Пермь крайы ерҙәрендә башҡорт ырыуҙарының борондан нисек урынлашып йәшәүҙәре хаҡындағы мәғлүмәт халыҡ хөкөмөнә сығарылды.

“Барҙа башҡорттарының үҙенсәлекле һөйләше һәм боронғо архаик йолаларҙы һаҡлап ҡала алыуы һис тә ғәжәп түгел, барҙалылар, географик урынлашыу үҙенсәлегенә бәйле, элек-электән утрау ише айырымлап донъя көткән”, – тине, атаҡлы ғәйнә башҡорттарының мәҙәни байлыҡтарына һоҡланып, Пермь фәнни үҙәгенең Тарих, археология һә этнография бүлегенең этнологик тикшеренеүҙәр секторы етәксеһе, тарих фәндәре докторы Александр Черных. Билдәле ғалим менән килешмәй булмай, “Ағиҙел” журналының 10-сы һанында баҫылған “Арҡыры Альберт менән әңгәмә” исемле материалда Барҙа крайҙы өйрәнеү директоры Альберт Мәхмүдов та был төбәктең үҙенсәлектәре хаҡында бик тәфсирле һөйләп үткән ине, ҡыҙыҡһыныусылар интервьюны табып таныша ала. Һөйөнөслө яңылыҡ та бар, түңәрәк өҫтәл ваҡытында Альберт Рәфил улы журналыбыҙҙа бәйән иткән Барҙа мәҙәни ҡомартҡылары араһынан иң аҫылы – Барҙа башҡорттары түбәтәйенең “Рәсәйҙең материаль булмаған мәҙәни мираҫы” тип аталған федераль каталогка индереләсәге хаҡында иғлан ителде.
Барҙала уҙған Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәренең йөҙөк ҡашы – атаҡлы тарихи шәхесебеҙ Туҡтамыш Ишбулатовҡа һәйкәл һәм ғәйнә башҡорттарының “Әйнә һәм Ғәйнә” риүәйәтенә арнап ҡоролған инсталляциянан торған мәҙәни мемориал комплексты асыу тантанаһы булғандыр. Был комплексты асыу Барҙа башҡорттары өсөн генә түгел, тотош башҡорт донъяһы өсөн оло ваҡиға.
Сара сиктәрендә яңыраҡ Башҡортостан башлығы гранты ярҙамында Барҙала асылған Башҡорт йәкшәмбе мәктәбендә Башҡортостан ҡунаҡтары менән бик матур осрашыу уҙҙы. Шулай уҡ “Бизнес-ҡоролтай” үтте, унда Барҙа башҡорттарының борондан эшмәкәр халыҡ булыуы һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Быныһына ла аптырарға түгел, башҡорттарҙан булған тәүге тау мәғдәнен эшкәртеүсе арҙаҡлы эшҡыуар һәм меценат Исмәғил Тасимовтың яҡташтары ла бит улар. Барҙа төбәгендә бөгөн 100-ҙән ашыу крәҫтиән-фермер хужалығы эшләп килә.
Сара барышында Пермь крайында башҡорт мәҙәниәтен һәм мәғрифәтен үҫтереүгә ҙур көс һалған урындағы әүҙем милләттәштәребеҙ Зәмирә Ғәбделбарова, Әнисә Мәүлекәйева, Рушан Шәриповтарға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы тапшырылды.
Барҙа төбәгендә йәшәгән халҡыбыҙҙың көслө рухлы ҙур ҡәүеме ғәйнәләр заман елдәренә бирешмәй тырышып ғүмер итә, тарихтарын онотмай, йолаларға тоғролоҡ һаҡлай. Ғәйнәләр башҡорттоң айырылғыһыҙ өлөшө һәм ҙур көсө, Пермь крайында уҙған оло саралар был һүҙҙәргә кире ҡаҡҡыһыҙ дәлил ул.
Читайте нас: