Ойоштороусылар әйтеүенсә, акцияла барлығы 138 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Дөйөм күрһәткес буйынса республика Мәскәүҙән ҡала икенсе баҫҡыста килә. Бишенсе Халыҡ-ара мәғрифәт акцияһы быйыл 3 ноябрҙә башланып 8-е көнө тамамланды.
Онлайн форматта үткән диктантта Рәсәй төбәктәренән тыш, сит илдә йәшәүселәр рус, инглиз һәм испан телдәрендә этнография белемен һынап ҡараны. Һорауҙар ике өлөштән әҙерләнде. Тәүгеһендә дөйөм илгә ҡағылышлы булһа, икенсеһе төбәк үҙенсәлектәренә арналды. Ҡатнашыусыларға быйыл дөрөҫ яуапты тарихи һылтанма аша танышыу мөмкинлеге бирелде.