Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Ноябрь 2020, 11:33

Өфөлә Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы лауреаттарының ижади эштәре китап булып сыҡты.

Республиканың «Йәшлек» гәзите Башҡортостан Журналистар Союзы менән берлектә ойошторған Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы яулаған Башҡортостан Республикаһы Башлығының гранты ярҙамында «Ал да нур сәс халҡыңа!» тигән исем менән ҙур күләмле китап нәшер ителде. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#Йәшлек#БулатСолтангәрәев

Башинформ хәбәр итеүенсә, Китапта премия лауреаттарының һәм номинанттарының 2015-2020 йылдарҙа «Йәшлек» гәзитендә баҫылып сыҡҡан ижади эштәре тупланған, шулай уҡ Булат Солтангәрәев һәм уның исемендәге премия тураһында ҡыҫҡаса белешмә, төрлө йылдарҙа лауреаттарға һәм номинаттарға премия тапшырған сараларҙан төҫлө фотоһүрәттәр менән дә биҙәлгән.
Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһына ижади конкурс — уҡыусы йәштәр араһында йыл һайын үткәрелә торған ижади бәйге һәм ижади йәштәрҙе асыҡлау, донъяға танытыу мөмкинлеге биргән платформа булып тора. Конкурсҡа дәғүә итеүсе  унынсы, ун беренсе класс уҡыусылары, лицей, колледж студенттарының илһөйәр, телһөйәр рухлы, туған халҡының мәҙәни мираҫын үҫтереү, һаҡлау, яҡлауға арналған; йәш быуындың киләсәген күҙаллаусы, уларҙы борсоған мәсьәләләрҙе күтәреп һәм хәл итеү юлдарын күрһәтеп, киләсәккә маҡсаттар билдәләүсе мәҡәләһе «Йәшлек» гәзитендә баҫылып сыға. Жюри конкурсҡа йомғаҡ яһағандан һуң, редакция, Башҡортостан Республикаһы Журналистар Союзы етәкселеге Һуңғыҡыңғырау көнөндә мәктәп, лицей, гимназия, колледждарҙа лауреаттарға һәм төрлө номинацияларҙа еңеүселәргә дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшыра.
Булат Солтангәрәев ун ете йыл ғүмере эсендә үҙен төрлө яҡлап үҫтереп, уҡыуҙа, сәнғәттә, спортта маһирлыҡ күрһәтә, геосәйәсәт, хоҡуҡ менән ҡыҙыҡһына һәм йәштәргә эталон булырлыҡ күп яҡлы шәхес булып формалаша. Булат Солтангәрәевтың яҙмаларындағы тормошсан фекерҙәр,идеялар, хыялдар аңлы тиҫтерҙәренә маяҡ булыр тәрәнлектә.
Рәсәй журналистар союзының XIX «Бөтә Рәсәй-2015» Фестивалендә Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһ журналистар акцияһы илдең республика, край, округ һәм өлкә гәзиттәре араһында лауреат тип танылды.
Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы – уҡыусы йәштәр араһындағы ижади конкурс 2019 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантын яуланы. Булат Солтангәрәевтың ижады һәм тормош юлы тураһында 2016 йылда китап сыҡҡайны, 2020 йылда уның тураһында телевизион фильм төшөрөлөп, тамашасыға күрһәтелде.
Читайте нас: