ЯРАЛЫ БӘХЕТ (хикәйәт). Зәйтүнә Айытбаева
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Ноябрь 2020, 14:56

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы йыл байрамдарына сикләүҙәр индерә.

Радий Хәбиров яңы йыл байрамдарына сикләүҙәр тураһында ҡарар ҡабул итте. Улар республикала яңы коронавирус инфекцияһы буйынса санитар-эпидемиологик хәл менән бәйле, тип хәбәр итте «Подслушано в Башкирии» телеграм-каналы Башҡортостан етәксеһе хакимиәтендәге сығанаҡҡа һылтанма менән. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#РадийХәбиров#НацПроекты

Радий Хәбиров яңы йыл байрамдарына сикләүҙәр тураһында ҡарар ҡабул итте. Улар республикала яңы коронавирус инфекцияһы буйынса санитар-эпидемиологик хәл менән бәйле, тип хәбәр итте «Подслушано в Башкирии» телеграм-каналы Башҡортостан етәксеһе хакимиәтендәге сығанаҡҡа һылтанма менән.
Атап әйткәндә, Башҡортостан Башлығы республика һәм муниципаль кимәлдәге чиновниктарға корпоратив ойоштороуҙы тыйырға йыйына. Башҡаларға 2021 йылдың яҡынлашыуын 50 кешенән артмаған коллективта билдәләргә мөмкин. Байрам төнгө сәғәт 12-гә тиклем генә дауам итергә тейеш.
Мәскәү барлыҡ Яңы йыл һәм Раштыуа байрамдарын 15 ғинуарға тиклем тыйыуға ҡарамаҫтан, Башҡортостанда урам шыршыларын һәм боҙ ҡаласыҡтарын ҡалдырырға хәл иттеләр.
Ошо мәсьәлә буйынса рәсми белдереүҙәр әлегә баҫылмаған.
Мәғлүмәт Башинформдан алынды.
Читайте нас в