Ағиҙел
-20 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Ноябрь 2020, 10:56

Башҡорт аниматоры Рим Шәрәфетдиновтың фильмы халыҡ-ара фестивалдә награда яуланы

AMEN Animation film festival халыҡ-ара анимациялы фильмдар фестивалендә Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы режиссеры Рим Шәрәфетдинов еңеүселәрҙең береһе булды. Уның «Һүрәт төшөрөү оҫтаһы ҡағиҙәләре» фильмы «Иң яҡшы режиссер эше» призын алды. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#РимШәрәфетдинов#КиностудияБашкортостан

Фестиваль яңыраҡ Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Нур-Солтанда уҙҙы. Тамашасылар Рим Шәрәфетдиновтың «Һүрәт төшөрөү оҫтаһы ҡағиҙәләре» фильмын йылы ҡабул итте.
Рим Шәрәфетдинов — режиссер, сценарист, ҡуйыусы рәссам, «Башҡортостан» киностудияһы аниматоры. Мәскәүҙең «Пилот» һәм «Кристмас-филмс» студиялары менән хеҙмәттәшлек иткән. Рәсәйҙең Кинематографистар берекмәһе ағзаһы, Рәсәйҙең почетлы кинематографисы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Режиссерҙың ижад юлы сирек быуаттан ашыу иҫәпләнә. Ул башҡорт анимацияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе булып тора. Уның «Ҡыйыу йөрәк», «Елдәр иҫкән яҡта», «Һунарсы улы», «Супер 8», «Реквием», «Аңра бүре», «Алдар менән Һоро бүре» фильмдары тамашасыларҙың һөйөүен яуланы һәм фестиваль наградалары менән билдәләнде. Кино тәнҡитселәре Рим Шәрәфетдиновтың фильмдарын совет йәнһүрәттәренең иң яҡшы үрнәктәре менән сағыштыралар.
Читайте нас в