Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Ноябрь 2020, 11:51

Мөнир Иҡсановтың тыуған көнө

Бөгөн талантлы шағир, журналист һәм уҡытыусы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы Мөнир Иҡсановтың тыуған көнө! #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#ТыуғанКөн#МөнирИҡсанов

Бөгөн талантлы шағир, журналист һәм уҡытыусы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы Мөнир Иҡсановтың тыуған көнө! Ижадташ дуҫыбыҙҙы ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм уға күңелебеҙ түрендәге иң изге, иң саф теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ! Ҡаурый ҡәләмең артабан да әҙәбиәтебеҙгә тоғро хеҙмәт итһен, Мөнир!
Һуҡмаҡ
Төрлө яҡҡа ташлай яҙмыш еле,
Төрлө юлдан мине йөрөтә.
Әммә ауылым янындағы һуҡмаҡ
Төп юл булып ҡала йөрәктә.
Бәпкә үлән дә ул шыттырманы,
Ул бит көн дә бәпес үҫтерҙе.
Тирәһендә атыр гөл-сәскәләр
Йөрәгендә атты үҫмерҙең.
Шул һуҡмаҡтан индем урманыма,
Аҙашырмын тип һис ҡурҡманым.
Шул һуҡмаҡтан атлап ҡына, гүйә,
Сығам хәҙер тормош урманын.
Шишмә эргәһендә һуҡмаҡ бауы
Арҡан төҫлө ятты ишелеп.
Шул саҡ миңә асып биргән бит ул
Ысынында ғүмер шишмәһен.
Тура юлдан яҙмай барам бөгөн,
Яҙмыш һынауына һынманым,
Тормош һуҡмағына әйләнгәнгә
Бала саҡта үткән һуҡмағым.
Һуҡмағымды ҡый үләндәр баҫһа,
Баҫып алынырҙай үҙ илем.
Милләтемдең юлы өҙөлөрҙәй,
Таҫма-һуҡмаҡ ҡалһа өҙөлөп.
Ул булмаһа, заман урманында
Халҡым нисек хаҡ юл һаласаҡ?!
Ул юғалһа, тел-моң шишмәләрен
Нисек халҡым таба аласаҡ?!
Тик тапалмай ятҡан һуҡмаҡ эҙе
Белгәндәргә әле күренә.
Һәм мин, сабый сағымдағы кеүек,
Аяҡ баҫам тыуған еремә.
Сылтырай шишмә, шаулап ҡуя урман.
Ерем миңә шулай әйтәме:
“Бер саҡ бында ҡабат һуҡмаҡ ярыр
Башҡорт сабыйының тәпәйе!”
Читайте нас: