Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Ноябрь 2020, 12:04

Өфөлә генерал Шайморатов тураһында «Ат уйнатып алдан бара» спектакле сәхнәләштерелә.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры тамашасыларҙы яңы тарихи премьера менән ҡыуандырырға әҙерләнә. Театрҙа 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар полководецы, генерал-майор, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов тураһында спектакль өҫтөндә репетиция тамамлана. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#БашДрам#ШайморатовГенерал

«Ат уйнатып алдан бара» спектакленең премьераһы 19 һәм 20 ноябрҙә театрҙың Бәләкәй сәхнәһендә була (Ҙур сәхнә әле һаман реконструкциялана).
Сценарий авторы — Зөһрә Бураҡаева, проекттың художество етәксеһе – Айрат Абушахманов, ҡуйыусы режиссер – Хөрмәтулла Үтәшев, рәссам – Альберт Нестеров, композитор — Урал Иҙелбаев, хореограф — Рәис Низаметдинов. Консультант булып Салауат Хәмиҙуллин сығыш яһай.
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев һүҙҙәренсә, спектакль бик ҡатмарлы шарттарҙа тыуған, пандемия арҡаһында премьера көнөн күсерергә тура килгән.
«Шайморатов — ябай ауыл егете, Хәрби Академияны тамамлаған, биш тел белгән, атаҡлы полководец булған. Беҙ спектаклдә уның бала сағын күрһәтмәйбеҙ, ә шунда уҡ һуғыш осоронан, уның өлөшөнә төшкән һынауҙарҙан башлайбыҙ, — тип һөйләне ҡуйыусы режиссер «Башинформ» агентлығы журналисына. — Исемдең русса вариантын оҙаҡ уйланыҡ һәм ул замандаштарыбыҙға саҡырыу булып яңғыраһын өсөн «Потомки Салавата не отступят!» тип атаныҡ».
Төп ролде – Миңлеғәле Шайморатовты Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Артур Кәбиров уйнай.
Читайте нас: