“Үҙенә ныҡ ышанған кешеләр ҙә, хәүеф янағанда, ярҙамға полиция саҡыра. Был егеттәр эҫелә лә, һыуыҡта ла хеҙмәтен үтәй. Бурыстары ауыр. Уларға рәхмәт әйтеүселәр ҙә күп түгел. Бөгөн мин тәртип һаҡсыларына ысын күңелдән рәхмәт белдерәм. Һәр полиция хеҙмәткәренең ҡулын ҡыҫам. Байрам менән!”, - тип яҙған социаль селтәрҙә Башҡортостан Башлығы.