Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Ноябрь 2020, 16:16

Башҡортостандың йыйылма командаһы Волга буйы федераль округы чемпионатында һәм беренселегендә 21 миҙал яуланы.

Башҡортостандың йөҙөү буйынса йыйылма командаһы, COVID-19 пандемияһы шарттарында ярыштарға әҙерләнеү ҡатмарлы булыуға ҡарамаҫтан, Волга буйы федераль округы чемпионатынан һәм беренселегенән 21 миҙал менән ҡайтты. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#Спорт#Еңеүҙәр

Башинформ хәбәр итеүенсә, Башҡортостандың йөҙөү буйынса йыйылма командаһы, COVID-19 пандемияһы шарттарында ярыштарға әҙерләнеү ҡатмарлы булыуға ҡарамаҫтан, Волга буйы федераль округы чемпионатынан һәм беренселегенән 21 миҙал менән ҡайтты.
Арҡала 100 метр арауыҡта Полина Егорова иң шәп һөҙөмтә күрһәтте. Ә баттерфляй менән йөҙөүсе 50 метр арауыҡта «көмөш» алды.Брасс менән 50 һәм 100 метр арауыҡта – Никита Демихов, баттерфляй менән 100 метр арауыҡта Дмитрий Кустиков бронза миҙал яуланы.
Ирекле стилдәге һәм ҡатнаш составтағы эстафетала Башҡортостан йөҙөүселәре өсөнсө урынды яуланы. Юниорҙар ҙа төрлө наградаларға лайыҡ булды. Республикабыҙҙан 10 вәкил Рәсәйҙең спорт мастерына кандидат нормативын үтәне.
Читайте нас: