Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Ноябрь 2020, 12:30

Шағирыбыҙ Рауил Шаммасҡа – 90 йәш

Бөгөн күренекле шағир, прозаик, журналист, 1973 йылдан СССР-ҙың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры, Фәтих Кәрим исемендәге премия лауреаты Рауил Сәхиулла улы Шаммасов 90 йәшлек оло юбилейын билдәләй. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#РауилШаммас#Юбиляр

Бөгөн күренекле шағир, прозаик, журналист, 1973 йылдан СССР-ҙың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры, Фәтих Кәрим исемендәге премия лауреаты Рауил Сәхиулла улы Шаммасов 90 йәшлек оло юбилейын билдәләй. Ил ағаһын ғүмер байрамы менән бөтә ҡәләмдәштәре исеменән ихлас ихлас тәбрикләйбеҙ, уға ҡоростай ныҡлы һаулыҡ-сәләмәтлек, аҡ бәхеттәр һәм ғаилә именлеге теләйбеҙ! Әҙәбиәтебеҙ мәнфәғәтендәге тынғыһыҙ ижадығыҙ һәм хеҙмәтегеҙ өсөн Һеҙҙең алдығыҙҙа баш эйәбеҙ! Тыуған көнөң мөбәрәк булһын, арҙаҡлы Шағир!
Күңел тәҙрәм

Булманымы тәҙрә ҡапҡастарын
Ҡаға-ҡаға елдәр иҫкән саҡ?
Яу ҡырынан ауыр ҡайғы килеп,
Булманымы үҙәк өҙгән саҡ?

Булманымы яҙын йылы ямғыр
Тәҙрә сиртеп көлөп килгән саҡ?
Йәндәремде күмеп ҡыуаныстарға,
Ҡояш булып бәхет кергән саҡ?

Юҡ, береһе лә ситләп үтмәне:
Дауылы ла, ямғыр-ҡары ла.
Үҙ тип күреп, тәҙрә шаҡып килеп,
Күңелемә керҙе бары ла.

Ер әйләнә...
Яңы елдәр иҫеп,
Тәҙрәләрҙе ҡат-ҡат ҡағырҙар,
Һөйөнөстәр ҙә,
Әсе көйөнөстәр ҙә
Күңелемдән урын табырҙар.

Берәүһен дә ситкә ебәрмәмен,
Берәүһе лә миңә ят булмаҫ.
Донъя ҡайғыһына, шатлығына
Күңел тәҙрәм һис бер ябылмаҫ.

* * *

Халыҡ – даръя,
Ә мин шунда тамсы.
Тик бер тамсы ғына –
Бер бөртөк.
Ә йәшәйем бөтә тормошомдо
Халҡым тормошона беркетеп.

Мин үҙемдә тамсы көсөн түгел,
Даръяларҙың көсөн тоямын,
Халҡым йөрәгенән ҡеүәт алып,
Йәшәйем мин –
Бәхет ҡоямын.

Рауил Шаммас.
Читайте нас: