Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Ноябрь 2020, 16:10

Бәхил бул, шағир, ҡурайсы, йыраусы Мәүлит ҡәләмдәшебеҙ!

Бөгөн таңды йән тетрәрлек ҡайғылы хәбәр менән ҡаршыланыҡ: күренекле шағир, яҙыусы, тәржемәсе, ҡурайсы, йыраусы Мәүлит Байгилде улы Ямалетдинов баҡыйлаҡҡа күскән.

Бөгөн таңды йән тетрәрлек ҡайғылы хәбәр менән ҡаршыланыҡ: күренекле шағир, яҙыусы, тәржемәсе, ҡурайсы, йыраусы Мәүлит Байгилде улы Ямалетдинов баҡыйлаҡҡа күскән.
Һуңғы айҙарҙа милләтебеҙҙең аҫыл ул һәм ҡыҙҙарын үҙенә ҡармаған әжәл уғын тағы ла унлыҡҡа тейгеҙҙе. Бар булмышы, рухиәте, йөрәк моңо менән тағы ла йәшәргә лә йәшәргә тейеш ине лә бит Мәүлит ҡәләмдәшебеҙ. Ижади пландары ла бар ине. Ике аҙна самаһы элек ул “Бәйләнештә” селтәре аша “Ағиҙел” журналына шундай сәләм юллағайны:
“Мөнир ҡустым, хәйерле көн! Хәлдәрегеҙ нисек? Журналды яңы бейеклеккә күтәреп буламы? Минең хәлдәр ҙә арыу ғына – алда торған 75 йәшкә әҙерлек бара (ижади яҡтан әйтәм). Хәҙер унда-бында ебәрерлек әҫәрҙәрҙе әҙерләргә кәрәк бит инде, ошо юҫыҡта эшләп йөрөгән көн. Һеҙҙең журналға ла тәҡдим бар ине: бөгөн “Ишмөхәмәт сәсән” романының икенсе китабын яҙып бөтөп, нөктә ҡуйҙым, ниһайәт. Шуны 2021 йылға планлаштыра алаһығыҙмы? Уны алдан хәстәрләйем, сөнки портфелегеҙҙә ни ятҡанын белеп булмай бит. Күләме – 200 бит...”
Яҙыусының был яңы романы мотлаҡ рәүештә алдағы йылда журналыбыҙҙа баҫылып сығасаҡ. Ыңғай яуабын үҙенә лә биреп өлгөрҙөк. Өҙҙөрөп ҡурайҙа уйнаны, күңелдәрҙе тетрәтеп халҡыбыҙҙың йырҙарын башҡарҙы Мәүлит уҙаман, йөрәгенә тулышҡан моңдарын күкрәге аша халҡыбыҙға өләшеп, беҙҙе йыуатып йәшәне. Бәхил бул, шағир, ҡурайсы, йыраусы Мәүлит ҡәләмдәшебеҙ!
“Ағиҙел”дәр.
Читайте нас: