Ағиҙел
-4 °С
Болотло
ӘҘӘБИӘТ
ЙӘМҒИӘТ
ӘҘӘБИ ЯҢЫЛЫҠТАР
ВК
ТЕЛЕГРАМ
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Ноябрь 2020, 18:48
«Торатау» геопаркының сиктәре билдәләнде.
Башҡортостанда «Торатау» геопаркының сиктәре билдәләнде. 6 ноябрҙә Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында республика хөкүмәтенең тейешле ҡарары баҫылған. Документҡа ярашлы, геопарк Ишембай, Стәрлетамаҡ, Ғафури һәм Мәләүез райондары биләмәләре менән сиктәш. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#Торатау#Геопарк
Башҡортостан Республикаһының Туризм буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Салауат Нафиҡов һүҙҙәренсә, «Торатау» геопаркы тулы ҡеүәтенә эшләй башлаһын өсөн юл картаһының 60 пунктын ғәмәлгә ашырырға кәрәк.
«Геопаркта бихисап объекттар, шул иҫәптән этнографик, археологик, тәбиғәт ҡомартҡылары бар. Бының биләмәне үҫтереренә һәм иң мөһиме – инвестициялар йәлеп итеренә иҫәп тотабыҙ», — ти ул.
«Торатау» геопаркының дөйөм майҙаны – 4 мең квадрат саҡрымдан ашыу. «Торатау» геопаркының иң ҡыҙыҡлы урындары тураһында тулыраҡ
бында
уҡығыҙ.
Фото: Башинформ
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?