Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Ноябрь 2020, 19:28

Темәс карьерҙары хаҡында

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Баймаҡ районында эш сәфәрендә йөрөй. Ул райондың социаль инфраструктура объекттарында булды, ихаталар төҙөкләндереү барышы менән танышты. Шулай уҡ легаль булмаған ҡаҙылма байлыҡ табыу хаҡында ла һүҙ булды.#Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#НацПроекты#РадийХәбиров#Темәс

Баймаҡ районында легаль булмаған ҡаҙылма байлыҡ табыу мәсьәләһе бик киҫкен тора ине. Тик Радий Хәбиров ҡыҫылғас ҡына уны хәл итеү мөмкин булды. Хоҡуҡ һаҡлау һәм күҙәтеү органдары, республика Хөкүмәте һәм урындағы хакимиәттең берҙәм эшмәкәрлеге арҡаһында законһыҙ карьерҙар юҡҡа сығарылды. Ғәмәлдәге эшҡыуарҙар фәҡәт лицензия сиктәрендә эшләй.
– "Ҡара ҡыҙыусыларҙан" ҡотолоу беҙҙең төп маҡсат ине, – тине Радий Фәрит улы. – Хәҙер законға ярашлы эшләгән, намыҫлы эшҡыуарҙарға ярҙам итәсәкбеҙ. Бынан тыш, сәнәғәт патриотизмын үҫтереү ҙә кәрәк. Үҙебеҙҙә етештерелгән тауарҙы тәү сиратта үҙебеҙ файҙаланырға тейешбеҙ.
Темәстә төбәк етәксеһе шәхси эшҡыуар Ишдәүләт Ғибәҙәтов белдереүенсә, еңел булмаған эпидемиологик хәл арҡаһында уның тауарына ихтыяж кәмегән. Башҡортостан Башлығы республикала төҙөкләндереү буйынса ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙары тураһында әйтте. Материалдар һайлаған ваҡытта төҙөүселәр республикала етештерелгәндәренә өҫтөнлөк бирә. Төбәк етәксеһе Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаровҡа Баймаҡта етештерелгән плитәләрҙе ҡулланыу мәсьәләһен өйрәнергә ҡушты.
Фото: Башҡортостан Башлығының социаль селтәрҙәренән
Читайте нас: