Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Ноябрь 2020, 12:26

Башҡортостанда 9 ноябрҙән 6-10-сы класс уҡыусылары өйҙән уҡый башлай.

Башҡортостанда 9 ноябрҙә көҙгө каникулдан һуң 1-5-се класс уҡыусылары, шулай уҡ ун беренселәр генә мәктәпкә бара.6-10-сы класс уҡыусылары өйҙән уҡый, тип хәбәр итте республика Башлығы хакимиәте. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#Мәғариф#ЮғарӘҙерлек

Башҡортостанда 9 ноябрҙә көҙгө каникулдан һуң 1-5-се класс уҡыусылары, шулай уҡ ун беренселәр генә мәктәпкә бара.
6-10-сы класс уҡыусылары өйҙән уҡый, тип хәбәр итте республика Башлығы хакимиәте.
Аҙ комплектлы мәктәптәрҙә (70 балаға тиклем) бөтәһе өсөн дә уҡыу ғәҙәти форматта дауам итә.
Мәктәптәр 22 ноябргә хәтлем ошондай тәртиптә эшләй.
Өҫтәмә белем биреү учреждениелары алдағы ике аҙнала дәрестәрҙе ситтән тороп үткәрә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, СOVID-19-ға бәйле хәлдең ҡатмарлашыуы арҡаһында уҡыусылар ваҡытынан алда көҙгө каникулға ебәрелде. Балалар 17 октябрҙән ял итә башланы. Уҡыусылар 2 ноябрҙә мәктәпкә барырға тейеш ине. Аҙаҡ каникулды 9 ноябргәсә оҙайтырға ҡарар ителде.
Фото: Башинформ
Читайте нас в