6 ноябрҙә Башҡортостандың Ҡариҙел районы Советы депутаттары муниципалитеттың яңы башлығын вазифаға раҫланы. Халыҡ һайланыусылары район хакимиәте етәксеһенең элекке урынбаҫары Айҙар Шәйҙуллиндың кандидатураһын бер тауыштан хупланы.
Конкурста бөтәһе ике дәғүәсе – Айҙар Шәйҙуллин һәм урындағы 2-се мәктәп директоры Илдус Хәрипов ҡатнашты. Өсөнсө кандидат – Ҡариҙел ауыл советы башлығы Илшат Ғәбсадиҡов конкурс процедуралары башланғансы документтарын кире алды.
Бынан алда «Башинформ» 2020 йылдың 15 октябрендә Ҡариҙел районының элекке башлығы Илдар Ғарифуллиндың отставкаға китеүе тураһында хәбәр иткәйне.