Ун көн буйына билдән ҡар йырып, боҙло һыу кисеп совет разведчиктары дошман ҡамауынан сыға. Был – «Башҡортостан» киностудияһы төшөргән «Саптар» фильмының сюжеты. Ролдәрҙә Милли йәштәр театры актерҙары - Вадим Ҡылысов, Евгений Лопатин, Дмитрий Гусев, йәш актер Тигран Довлетбекян, Рус драма театры актеры Владимир Кузин. Рота политругы, лейтенант Кәримов образын билдәле актер һәм режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев тыуҙырған.