Донъя әҙәбиәтендә ныҡ үҫешкән йүнәлештәрҙең береһе булһа ла, хәҙерге башҡорт әҙәбиәтендә фантастик әҫәрҙәр аҙ. Фәниҙә Исхаҡованың фантастик әҫәрҙәре күпмелер кимәлдә ошо бушлыҡты тултыра, тип яҙа уның ижадын өйрәнеүселәр. Фәниҙә Исхаҡованың ғилми фантастикаһы башлыса ХХ быуат уртаһында тәҡдим ителгән фәнни гипотезаларға нигеҙләнә. Уның «Кеше-күсермә» романы, «Бүрегә һунар» хикәйәһе һәм башҡа әҫәрҙәре күптән китап уҡыусыларҙың һөйөүен яуланы.