Республика Хөкүмәте менән “Газпром” ойошмаһы араһында килешеү төҙөлгән. Зәңгәр яғыулыҡ 26 мең йортҡа үткәрелә. Был хаҡта республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. ““Газпром” 13 миллиард ярым һум аҡса бүлә. Был мине ҡыуандыра, сөнки ҡайҙа ғына барма – халыҡ газ булмауға зарлана. 2019 йылда ветерандар, күп балалы ғаиләләр, башҡа льготалы карегорияға ҡараған кешеләр өсөн махсус программа булдырҙыҡ. Был йәһәттән уларға 60 меңдән 100 мең һумға тиклем суммаға сертификат бирелә. Ул сығымдарҙың күп өлөшөн ҡаплатырға булышлыҡ итә”, тип яҙған Радий Хәбиров. Программа башланғандан алып 2 мең ярым самаһы ғаиләгә сертификат тапшырылған, 1 меңдән ашыу йортҡа газ үткәрелгән.