Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Ноябрь 2020, 20:14

"Президент Рәхимов" Ғәлим Хисамов (һигеҙенсе өлөш)

Ҡайһы бер урында газсылар бығаса тарихта булмаған алымдар ҙа ҡулланды, ундайҙарҙың эше хеҙмәт батырлығы тип тә баһаланды. Шуға күрә районға килгән газды тоҡандырыу тантанаһында М. Рәхимов:– Бөгөн һеҙҙең электән бирле килгән хыялығыҙ тормошҡа аша. Газ үткәреү һеҙҙең шатлыҡ ҡына түгел, ул беҙҙең, республика етәкселәренең, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү йәһәтенән үҙебеҙгә үҙебеҙ ҡорған программа ла. Ана шуны тормошҡа ашырабыҙ. Быйыл беҙ республикала өс мең километрға яҡын газ үткәргес һалабыҙ – был Рәсәйҙә эшләнгәндең ундан бер өлөшө. Юл эшләү, торлаҡ төҙөү йәһәтенән дә хәл ошоға оҡшаш. Бөгөн беҙ һеҙҙең районда тағы бер нисә объектты сафҡа индерәсәкбеҙ. Рәхәтләнеп файҙаланығыҙ, кинәнеп йәшәгеҙ. Романдың беренсе өлөшө: https://agidel.rbsmi.ru/articles/s-sm-r-r/Prezident-R-himov--lim-Hisamov-516002Романдың икенсе өлөшө: https://agidel.rbsmi.ru/articles/s-sm-r-r/Prezident-R-himov--lim-Hisamov-ikense-l-sh-51792Романдың өсөнсө өлөшө: https://agidel.rbsmi.ru/articles/s-sm-r-r/Prezident-R-himov--lim-Hisamov--s-ns--l-sh-519716/Романдың дүртенсе өлөшө: https://agidel.rbsmi.ru/articles/s-sm-r-r/Prezident-R-himov--lim-Hisamov-d-rtense-l-sh-521605/Романдың бишенсе өлөшө: https://agidel.rbsmi.ru/articles/s-sm-r-r/Prezident-R-himov--lim-Hisamov-bishense-l-sh-523130/Романдың алтынсы өлөшө: https://agidel.rbsmi.ru/articles/s-sm-r-r/Prezident-R-himov--lim-Hisamov-altinsi-l-sh-523995/Романдың етенсе өлөшө: https://agidel.rbsmi.ru/articles/s-sm-r-r/Prezident-R-himov--lim-Hisamov-etense-l-sh-524600/#Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелЖурналыХикәйә#ПрезидентРәхимов#ҒәлимХисамов

Йөкмәтке һәм бурыс
Юнир Вәлиев совхоз директоры булмайынса, район башлығы вазифаһына бүтән ерҙән килгән булһа, эшкә төшөнөп китеүе ауыр булыр ине. Бында үҙе белгән, өйрәнгән кешеләр. Беренсе эш көнөндә район хакимиәтенең барлыҡ идаралыҡ һәм бүлек етәкселәрен йыйҙы.
– Һәр кем үҙ тармағындағы эш торошон һөйләһен, проблемаларҙы күрһәтһен һәм шунда уҡ уларҙы сисеү юлдарын билдәләһен. Проблемаларҙы һанап сығыу менән генә сикләнмәҫкә тәҡдим итәм. Бынан ары эш көнөн иртәнге һигеҙҙә башлайбыҙ. Шәмбе көн, иркен көн, аҙналыҡ эшкә йомғаҡ яһарға йыйылырбыҙ. Һеҙ генә түгел, райондың ойошма һәм предприятие етәкселәре – һәммәһе лә килер. Иртәгә һәр кем эшкә биш көнгә, айға һәм өс айға иҫәпләнгән эш планын ике данала алып килһен. Бер данаһы үҙегеҙҙә ҡала, икенсеһе контроль өсөн минең өҫтәлгә ята. Күмәкләп тырышып эшләрбеҙ, кемгә мин ҡуйған тәртип оҡшамай, тәртип аҙ урынға китәр...
Эштең башы аппараттағы кадрҙарҙың яуаплылығын аныҡлауҙа булды, тип әйтергә кәрәк. Юнир Вәлиев уҙған кәңәшмәлә кемдең нимә әйткәнен иҫкә төшөрөп, шуның буйынса ни эшләнгәнен тикшереүҙе ғәҙәткә индерҙе. Хәтер тигәнең, йылайырҙарса әйтһәң, унда Аллаға шөкөр. Һис ниҙе лә онотмай һәм бөтөнөһөн дә белә, сөнки аҙнаһына бар районды тулыһынса урап сыға.
Икенсе эш алымы итеп ул үҙенә райондағы һәр хәлде, һәр үҙгәреште үҙ күҙе менән күреп баһалау бурысын ҡуйҙы. Шуға күрә беренсе эш көнөндә үк кәңәшмәнән һуң ауылдарға сығып китте. Иң төпкөлдәге, иң йыраҡтағыларҙан башларға булды. Был ауылдарҙы белмәгәндән түгел, үҙе ошо район кешеһе булғас, хужалыҡ етәксеһе булып эшләгәс, кеше йәшәгән урындарҙың һәммәһен дә тиерлек белә ине. Әммә был юлы инде ул шундағы тормошҡа хәстәрле хужа күҙлегенән ҡараны.
Әлбиттә, ауылдарҙың иң ауыр проблемаһы – юл, автобус йөрөтөү һәм элемтә. Район аша уҙған федерация әһәмиәтендәге юлдан башҡа йүнле юл юҡ, автобустар йөрөмәй. Егерменсе быуат бөтөп барһа ла, районда газ индерелгән ауыл булманы. Ә бүтән ҡайһы бер районда, әйтәйек, Дүртөйлөлә, Илештә, был ваҡытта газ индерелмәгән ауыл ҡалмағайны. Өсөнсө ҙур һәм ҡатмарлы проблема – ауылдарҙа мәктәптәр, клубтар, балалар баҡсалары етмәй, булғандарының да биналары иҫкергән. Дүртенсе иң ныҡ иғтибар талап иткән йүнәлештәрҙең береһе – район хужалығының формаһын һәм йөкмәткеһен аныҡ ҡына билдәләү. Был эш, моғайын, дүртенсе һан менән түгел, ә иң беренсе булып торорға тейештер. Сөнки хужалыҡтың тышҡы йөҙөн уның йөкмәткеһе билдәләй. Ә йөкмәтке – ул иҡтисад. Иҡтисад нисек ҡоролорға тейеш? Район башлығы иң алдан шул һорауға яуап бирергә бурыслы. Унан башҡа был һорауға яуап тотоусы кеше булмаясаҡ. Район етәксеһе вазифаһында булыу иң элек шуны талап итә.
Өфөлә күрешкән саҡта Мортаза Рәхимов Вәлиевтән: “Йылайырҙа бер ҡатынды башҡорт булғаны өсөн туҡмағандар, тиҙәр. Шул дөрөҫмө?” – тип һораны. Был ваҡиға районда бер кешене лә вайымһыҙ ҡалдырманы. Ул турала ишеткәс, берәүҙәр сәпәкәй итте, икенселәр тешен шығырлатҡансы тешләнде һәм йоҙроғон төйнәне. Район суды ваҡиғаны хулиганлыҡ тип нарыҡланы, милләт-ара ыҙғыш тураһында һүҙ ҙә булманы. Әммә башты ҡомға тығыу арт яҡтың яланғасын ҡапламай шул. Вәлиев ишетелер-ишетелмәҫ кенә: “Дөрөҫ”, – тине. “Ошондай хәлдәргә юл ҡуймау һинең төп эшең булһын. Тик был турала шаулап йөрөмә”.
Шауламау ғына түгел, ул турала һүҙ ҙә сығармаҫҡа ҡарарланы Вәлиев. Әле лә, үҙенә үҙе эш бурыстары билдәләгәндә лә, милләт-ара ыҙғыштарҙы өндәшмәй урап үтте. Тик был эш бурыстарҙың иң уртаһында тора ине.
Юнир Вәлиев күмәк хужалыҡтарҙың бөтөнөһөн дә йөрөп сыҡҡас, үҙе өсөн мөһим һығымта яһаны. “Күмәк хужалыҡтар бөгөн барыһы ла эшләй. Әммә һөҙөмтәләр ныҡ айырыла. Бигерәк тә ялан яҡтағылар менән урман эсендә урынлашҡандарҙыҡы ер менән күк араһы тиерлек. Урман яҡтың эш алымы яландыҡыларҙыҡына тура килмәй. Өҫтәүенә ауыл менән ауыл араһында ла айырма күп. Һәр кемдең үҙ холҡо тигәндәй. Шуға хужалыҡ формалары ла, етештереү ысулы ла төрлө булырға тейеш. Барыһына ла бер “тараҡ” ярамай.
Хужалыҡ итеү ысулдары һәм төрҙәре тураһында Юнир Вәлиев бик күп тапҡыр уйланы һәм торған һайын социализм осорондағы күренештәрҙең артабанғы тормош өсөн ярамаҫлығына нығыраҡ ышана барҙы. Элек бит колхоз, совхоз иҡтисады тураһында юғарыла алдан уҡ уйлап, ҡарарын сығарып ҡуя торғайнылар. КПСС-тың Өлкә комитеты, Министрҙар советы, район кимәлендә райком менән райсовет теге-был хужалыҡта ни булырын, ниндәй иген үҫерен, күпме уңыш йыйып алынырын бер йыл ғына түгел, биш йыл элек билдәләп ҡуя инеләр. Йыйылған уңышҡа, бүтән күрһәткестәргә ҡарап нисә трактор, комбайн, автомашина киләсәге лә билдәле була торғайны. Ул ғына ла аҙ, ҡайһы ауылда нисә бала тыуыры, үҫкәс, уларҙың кем буласағы ла яҙылып ҡуя ине. Бөтөнөһө лә үрҙә эшләнде. Ауыл кешеһенә ер һөрөргә лә, мал бағырға һәм ваҡыты еткәс, бала тыуҙыраһы ғына ҡалды. Ауыл кешеһенең нимә кейере, ни ашары, күпме эсеренә тиклем алдан билдәләнгән ине. Улар ярым робот хәлендә.
Рәсәй өр-яңынан капитализм төҙөргә тотонғас, әлегесә йәшәү рәүешенең ысынбарлыҡҡа ярамаҫлығы күренде. Ауылда элекке тормоштан тик ер генә тороп ҡалды. Уны эшкәртергә кеше лә, техника ла, аҡса булмағас, баһаһы ла бик бәләкәй генә ине.
Бына ошо шарттарҙа ауылды һаҡлап ҡалыу, был ғына ла аҙ уны үҫтереү мәсьәләләрен хәл итергә кәрәк. Тик яҡшы иҡтисад, шуға нигеҙләнгән һәйбәт тормош ҡына милләт-ара ыҙғыштарға сик ҡуя ала.
Юнир Вәлиев үҙе өсөн ҡаты бер тәртип булдырҙы: районда ниндәйҙер тәрән реформаға тотонаһың икән, был, һис шикһеҙ, республика етәкселеге, уның президенты менән һөйләшеп, килешеп эшләнгән булырға тейеш. Айырылғанды айыу ашар тигән һымаҡ, үҙең нимәлер уйлап сығарып, аҙаҡтан шуның ғәмәлгә ярамағанлығын күреп илап ултырыу егетлек түгел.
Вәлиев һәм уның кеүек кешеләр тағы бер нәмәне теүәл аңланы: ауылға, ергә хужа кәрәк, хужа булмай тороп, уны сүп, ауылдың үҙен хәйерселек баҫасаҡ.
Ана шул нигеҙ талабын аңлау хужалыҡтарҙы аҡрынлап, тотҡан ерҙән һындырмайынса үҙгәртергә мөмкинлек бирҙе. Юнир Вәлиев райондың хакимиәт башлығы һәм район Советы рәйесе булып эшләй башлағанда төбәктә ете совхоз, ике урман хужалығы бар ине, әлеге вазифаларҙы 18 йылдан һуң ҡалдырған саҡта дүрт эре ауыл хужалығы предприятиеһы ҡалды һәм 490 кесе һәм урта шәхси хужалыҡ үҫеп сыҡты. Йорттарҙың күбеһендә трактор, автомашина, көнкүреш техникаһының һәр төрө тиерлек барлыҡҡа килде. Ошолар хужалыҡ итеү йөкмәткеһенең тамырҙан үҙгәреүе тураһында һөйләй. Совхоздар, үрҙә әйтелгәнсә, тулыһынса юғарынан планлаштырылған дәүләт предприятиеһы. Колхоздарҙа, исем өсөн булһа ла, уның еренә, милкенә ошонда көн иткән колхозсылар коллективы хужа булһа, совхозда кешеләрҙең өйөндәге йорт ҡаралтыһы, ҡураһындағы малынан башҡа бер нәмәһе лә юҡ. Үҙе совхозға ялланып эшләүсе батрак. Ошо хәл унар йылдар дауамында кешенең хужа булыу тойғоһон юҡҡа сығара. Бөгөн ул тырышып ҡына эшләп йөрөй, иртәгә эш хаҡы хөртәйҙе ниһә, бөтөнөһөн ташлап, теләһә ниндәй тарафҡа сығып китергә мөмкин. Йылайырҙа ошо хәл асыҡ күренгәйне инде, бигерәк тә уның урманлы-таулы яғында. Шунан сығып, Вәлиев совхоз мөлкәтен, шәхси хужалыҡтар ойоштороп, кешеләргә бүлеп биреү юҫығын тотто.
Бында халыҡтың яртыһы башҡорт һәм икенсе яртыһы бүтән милләт кешеләре. Улар борон-борондан ялланып эшләүгә күнеккән, һәм улар өсөн йәшәгән урынын ташлап китеү бер ни тормай тиерлек ине. Ә башҡорттарҙы иһә меңәр йыл дауамына һуҙылған аҫабалыҡ тойғоһо тота. Аҫаба ерен ташлап китергә ярамағаны уларҙың ҡанына һеңгән, шуға Йылайырҙың дала яғында эшсе ҡулдар күпкә күберәк ине. Был халыҡта хужа булыу менән ҡуша күмәкләп эшләү тойғоһо ла үҫешкән. Сөнки аҫаба ерендә хужа булыу әле уңыш тигәнде аңлатмай. Ерҙе тәрбиәләргә, унда мал бағырға кәрәк, шул саҡта ғына ер һиңә рәхмәтен әйтә. Ә ерҙе яңғыҙ эшкәртеп булмай. Шуға улар элек-электән күмәкләп эшләүгә күнеккән.
Юнир Вәлиев ошондай үҙенсәлектәрҙе лә иҫәпкә алды һәм кешеләр менән һөйләшкәндә, уларға киләсәк йәһәтенән ниндәйҙер тәҡдимдәр яһағанда, быларҙың бөтөнөһөн дә күҙ уңында тотто. Әйтәйек, Сәләх менән Йомағужа ауылдарында элекке артель мөлкәтен таратып алғайнылар. Малдың да, техниканың да бер нәмәһе лә ҡалмаҫ инде, тип көткәйнеләр. Бер йылдан һуң крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарындағы мал һаны артып китте, техника эшкә яраҡлы ҡалды. Элек артель 300-гә яҡын һыйырҙан май заводына бер стакан да һөт бирә алмаһа, бер йылда фермер Искәнйәр Аҡҡужин 350 гектар ер эшкәртеп, 30 баш һыйырҙан көн аша 500 литр һөт тапшыра ине.
Сәләх ауылы кешеләре 40 өйҙә 16 трактор, 15 автомашина тота, 60-лап баш йылҡы аҫрай башланы. Юнир Вәлиев ошо ауыл кешеһе Шәһит Солтанов менән яйлап, ентекләп киләсәк тормошто ҡороу тураһында һөйләште. Аңланы был ир хакимиәт башлығының тел төбөн һәм эшкә йәбеште. Күп тә үтмәҫтән уның хужалығында өс ДТ-75, ике “Беларусь” тракторы, өс комбайн булды. Ул 9 кеше менән ҡуша 300 гектар ерҙе эшкәртеүгә өлгәште. Ҡыш көнө, ҡыр эштәре бөткәс, тик тормаҫ өсөн лесхоз аша бер гектар ерҙә үҫкән ағасты тамырында көйө һатып алды һәм таҡта, рәшәткә ярҙырыу эшен асты.
Бындай миҫалдарҙың иге лә сиге лә юҡ. Һабырҙа – Атанов, Ҡыпсаҡта – Аҡҡужин, Һамарҙа Григорьев кеүектәр һәр ауылда барлыҡҡа килде һәм йылдам үҫешкә өлгәште. Йыйып ҡына әйтһәң, ике меңенсе йылдарҙың башында Юнир Вәлиев ауыл хужалығы ойошмаларын үҙгәртеп ҡороуҙы ашыҡтырҙы. Әлбиттә, быны үҙ ағышына ҡуйырға, ни булһа шул булыр тип ситтән ҡарап торорға ла була ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай миҫалдар ҙа бар ине республикала. Юнир Вәлиевтең ҡабаланырға үҙ фекере мәжбүр итте. Хужалыҡтарҙағы мал ҡырылып, булған ғына техникаһы ҡыйралып, бүтән мөлкәте тарҡалып бөтмәҫ борон киләсәктә хужа булырҙай кешеләрҙең ҡулына быларҙы таратып бирергә һәм киләсәктә крәҫтиәндең үҙе өсөн үҙен эшләтергә кәрәк тип уйланы. Ул заманға ҡарата иң дөрөҫ ҡарар ине был. Ошо уйҙың дөрөҫлөгөн һуңғараҡ Рәсәй күләмендә ҡабул ителгән банкротлыҡ тураһындағы закон да раҫлай. Был закон ябай кеше мәнфәғәтендә түгел, ә, киреһенсә, бер төркөмдө байытыу өсөн уйлап сығарылған. Уға таянып, яҡшы ғына эшләп йөрөгән хужалыҡтарҙы юҡ ҡына һылтау менән банкрот тип иғлан итәләр ҙә, мөлкәтен бер нисә кеше бүлешә лә ала. Ә унда эшләгән йөҙләгән-меңләгән кеше бер нәмәһеҙ ауыҙ асып ултыра ла ҡала. Вәлиев уйлап сығарған крәҫтиән хужалыҡтары ошо законға тиклем ойошторолдо һәм әле лә йәшәй. Элек эттем-төрттөм көн күреп, дәүләт алдында миллионлаған бурысҡа батып, үҙҙәренең эшселәренә хеҙмәт хаҡы түләй алмаған хужалыҡтар урынына яңыса ойошмалар барлыҡҡа килде. Уларҙың береһенең дә дәүләткә лә, үҙ эшсәндәренә лә бурыстары ҡалманы, яғыулыҡ-майлау материалдары алырға тип банктан йыйған үтестәрен дә ҡайтарып бөттөләр, ул ауылдарҙа эшһеҙ йөрөгән кеше лә булманы.
Ауылды үҫтереү йә бөлдөрөү өсөн бер нисә мотлаҡ шарт бар. Ул – мәктәп, клуб, медицина пукты, юл, элемтә, транспорт һәм эш – кешенең ике ҡулына бер эш – шул саҡта ауыл йәшәйәсәк. Ә бөтөрәм тиһәң, шуларҙың береһен генә, әйтәйек, мәктәпте ябаһың, һәм оҙаҡламай ауыл урынында нигеҙ соҡорҙары ғына ҡаласаҡ. Ауыл менән ҡуша илдең юҡҡа сығыуы бар. Белһен ине лә бит ошоларҙы дәүләт башында ултырыусылар. Ауылдың тағы бер алмаштырғыһыҙ үҙенсәлеге бар: халыҡтың рух нигеҙе мегаполистарҙа түгел, бәләкәй-бәләкәй ауылдарҙа ята. Ауыл бөтһә, рух һүнә.
Вәлиевтең район хакимиәтендә эшләү ваҡыты иң ауыр һәм ҡатмарлы реформалар дәүеренә туры килде. Реформалар тип аталған осор ғәмәлдә революция йылдары ине. Сөнки, берҙән, ер шарындағы иң ҙур илдең тарҡалыу ваҡыты ул. Икенсенән, йәмғиәт бер ҡоролоштан икенсеһенә – социализмдан капитализмға күсте. Был тиклем һынылыш тик революцияла ғына була. Ә реформа бер үк ҡоролошта ҡайһы бер үҙгәртеүҙе генә күҙ уңында тота. Юнир Вәлиев ана шул һынылыштарҙы бик ентекле күҙәтте, йәмғиәттең үҙгәреү ҡанундарына буйһонғандарын, теорияға тура килмәгәндәрен дә күп күрҙе һәм аҡрынлап шуларҙы ҡағыҙға төшөрә, анализлай барҙы. Һөҙөмтәлә бик ентекле күҙәтеүҙәр, донъяуи фәндәрҙең ҡағиҙәләренә ярашҡан һәм бығаса тормошта булмаған күренештәр һүрәтләнде. Шуларҙың бөтөнөһөн бер йомғаҡ итеп төрҙө лә Вәлиев ғалимдарға күрһәтте. Тегеләр “аһ” итте. Тормоштоң үҙәгендә ҡайнаған кешенең донъяуи фән өсөн бик мөһим асыштары ята ине унда. Шуны иҫәпкә алып, исемдәре илгә билдәле ғалимдар әлеге күҙәтеүҙәрҙе ғилми хеҙмәт дәрәжәһенә еткерергә кәңәш итте. Шулай эшләне лә Юнир, автор уны Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында диссертация итеп яҡланы. Был заман утының үҙәгендә ҡайнап сыныҡҡан ғилми эш булды, һәм Юнир Вәлиевкә социология фәндәре кандидаты тигән исем килтерҙе.
Уның ғилми һығымталарынан берәүһенә генә туҡталып китәйек. Юнир Сәлим улы Рәсәйҙә ауыл хужалығы производствоһын туҡтатырға, ауылда тормошто юҡҡа сығарырға ярамай тип саң ҡаға. Сөнки ауыл кешеһе үҙен үҙе аҫрай ала, тик уға социаль проблемаларҙы хәл итешергә, мәктәп, юл, элемтә, клуб кеүек объекттарҙы булдырышырға кәрәк. Ҡалғанын ул үҙе эшләй, ул ғына ла түгел, ҡала халҡының тамағын туйҙыра, өҫтөн бөтәйтә ала, һәм демография проблемалары ла ауылда хәл ителә. Көнбайыш илдәрҙән айырмалы рәүештә, Рәсәйҙә тормоштоң сығанағы ауылға нигеҙләнгән, ти ул. Рәсәй Конституцияһы буйынса ауыл һәм ҡала кешеһе тиң хоҡуҡлы, ил байлығынан тигеҙ файҙаланырға тейеш. Әммә, ғәмәлдә, бигерәк тә һуңғы йылдарҙа, ауыл кешеһенең хоҡуҡтарын күрәләтә боҙоуға йүнәлеш алынды. Әйтәйек, оптимизация һылтауы менән ауылдарҙа мәктәптәр, медпункттар, дауаханалар ябыла һәм ауыл кешеһе әлеге объекттарҙың социаль хеҙмәтенән ситтә ҡала һәм уларҙы алыр өсөн ҡалаға күсенә, ә ауыл юҡҡа сыға бара. Ауылды бөтөрөүгә юл ҡуйыу – Рәсәйҙе юҡҡа сығарыу менән барыбер, тип һанай. Күрәҙәсе булып ҡуймаһын ине лә бит Вәлиев!
Районда кәрәкле кадр туплауҙы көндәлек һәм һәр саҡ алып бара торған эш дәрәжәһенә күтәрҙе. Ҡайҙа ғына булмаһын, кем менән генә һөйләшмәһен, был кеше Йылайыр районының ниндәй тарафында эшләй алыр ине тип үлсәне, райондан ситтә, әйтәйек, баш ҡалала әңгәмәләр ваҡытында был вазифалы кеше Йылайырға ниндәй ярҙам күрһәтә ала, тип самалар булып китте.
Йәштәрҙе уҡытып, тәрбиәләп, кире тыуған еренә ҡайтарыу эшен мәғариф һәм йәштәр менән эшләүсе муниципаль, йәмәғәт ойошмаларының төп эше дәрәжәһенә еткерҙе Вәлиев. Ҙур мәктәптәргә сығарылыш кластары уҡыусылары менән осрашыуҙарҙың күбеһенә үҙе йөрөнө, ә юғары, урта махсус уҡыу йорттарында белем алған студенттар менән күрешеүҙәр уларҙың да, хакимиәт башлығының да хәтеренә юйылмаҫлыҡ эҙ һалды. Буласаҡ кадрҙар мәсьәләһе, бигерәк тә райондан сығып юғары, урта уҡыу йорттарында уҡып йөрөгәндәр менән бәйләнеш элек юҡ кимәлендә ине. Сөнки совет заманында урындағы партия ойошмалары (кадрҙар мәсьәләһе тулыһынса уларҙың ҡулында ине) кесе һәм урта белгестәр уҡытыу менән шөғөлләнде, ә юғары белем алыуҙы ғаилә эше тип һананы. Өҫтәүенә уҡып сығып диплом алғандарҙы эшкә йүнәлтеү менән, Мәскәүҙең ҡушыуы буйынса, тик Өлкә комитет шөғөлләнде, урындағыларҙы ҡыҫтырманылар ҙа. Шунан арындырыр өсөн Юнир Вәлиев ҡайһы ауылдан кемдең ҡайҙа уҡығанлығы тураһында мәғлүмәт туплатты. Баҡһаң, ҡайҙа ғына уҡымай булып сыҡты Йылайыр кешеләре – Өфө, Сибай, Стәрлетамаҡ, Ырымбур, Силәбе, Магнитогорск, Мәскәү, Һамар уҡыу йорттарында. Шулар менән күрешергә, әңгәмәләшергә ине. Был эште Өфөнән башланылар. Шундағы Йылайыр студенттарын бер залға йыйып, әңгәмәләшеп, концерт ҡуйып, һәр кешегә күстәнәс, аҙмы-күпме аҡса биреп, уҡып бөткәс, үҙебеҙгә ҡайтығыҙ, тип килештеләр. Ошондай уҡ күрешеү Сибайҙа булды. Әммә бындай саранан бик күптәр ситтә ҡалды. Мәскәүҙә уҡыусылар Өфөләге йыйынға килмәй бит инде. Шунан һуң студенттар менән күрешеүҙе ҡышҡы каникулдарға райондың үҙенә күсерҙеләр. Студенттар өсөн хакимиәт башлығының махсус стипендияһы булдырылды, уларҙы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү ойошторолдо. Студенттарҙы август аҙағында махсус автобус менән Өфөгә тиклем бушлай илтеп ҡуя, ҡышҡы каникулға ошо рәүешле алып ҡайта торған булдылар. Атай-әсәйҙәр, мәктәптәр аша студенттарҙы ҡышҡы каникул мәленә район үҙәгендә йыйылырға саҡырҙылар. Был эш кешеләрҙе күберәк тә йәлеп итте, хәтерҙә ҡалырлыҡ та булды.
Ошо һәм бүтән сараларҙың да йоғонтоһо булғандыр, райондан юғары уҡыу йорттарында уҡыусыларҙың һаны артты. Уҡырға инеүселәр мәктәпте тамамлаусыларҙың 68 проценттан күберәк булып китте, республикала был күрһәткес 51 процент булды. Йыл һайын 45 – 60 кеше юғары уҡыу йорттарына юллама алды. Ауылда тормошто тик юғары белемле белгестәр ҡормай, улар ойоштороусы, һәр тармаҡтың етәксеһе булһа, ауылдың ҡара эшен юғары белемдәре булмағандар күтәрә бит. Юнир уҡыу, белем алыу турһында уйланғанда, йыш ҡына әсәһенең әйткәнен иҫкә төшөрә: бригадир булһаң да, ауылда тор. Бригадирҙар, тракторсылар, көтөүселәр тота ла инде ауыл тормошон. Уларға юғары белем мотлаҡ түгел, ә үҙ эшенең белгесе булыу кәрәк. Бындай һөнәрмәндәрҙе Юлдыбайҙағы ауыл профессиналь училищеһы әҙерләне, рәхмәт уларға, әле лә шул эште башҡаралар. Һүҙ ыңғайында әйтәйек, Башҡортостандың биш Социалистик Хеҙмәт Геройы ошо уҡыу йортон тамамлаған. Әммә һуңғы йылдарҙа, уҡырға килеүселәр аҙ тип, Юлдыбайҙағы ла, Йылайырҙағы ла училищеларҙы ябырға булып киттеләр. Юнир хайран ҡалды. Училищеларҙың икеһе лә ябылһа, был яҡтағы биш район өсөн крәҫтиән хеҙмәте белгестәрен кем әҙерләр һуң? Юнир Вәлиевкә баш ҡалала байтаҡ ишектәрҙең тупһаһын тапарға тура килде, әммә үҙенекенә өлгәште. Юлдыбай училищеһы ҡала, ә Йылайырҙа уның филиалы була. Булһын, иң мөһиме – беҙҙең балаларҙы уҡытһын. Ике һөнәрселек уҡыу йорто райондың кесе белгестәргә ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндерә. Шуны айырып билдәләр кәрәк, был уҡыу йорттары элекке кеүек киң профилле тракторсыны ғына уҡытмай, заманса һөнәр бирә. Әйтәйек, ветеринар, ашнаҡсы, йорт хужабикәһе (гувернант), тегеүсе, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләүсе, төҙөүсе – йорт дизайнеры. Элек уҡыусылар кешелә фатирҙа тора ине, хәҙер ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн айырым ятаҡтар, заманса уҡыу биналары төҙөлдө, уҡытыу өсөн кәрәкле бик күп ҡорамал алынды. Республикала беренсе тапҡыр ер һөрөүселәр ярышы ошонда ойошторолдо.
Район кешеләре, нигеҙҙә, ике дингә ҡарай: христиандар һәм мосолмандар. Буласаҡ белгестәрҙе уҡыу йорттарына йүнәлтмә биргән саҡта уҡ Юнир Вәлиев ошо үҙенсәлекте иҫәпкә алды. Бер ҡараһаң, атеист, дөрөҫөрәге, динһеҙ булып бөткән илдә был мөһим дә түгел кеүек, әммә тәү ҡарашҡа ғына шулай. Төптә һәр кемдең үҙ ойотҡоһо ята. Киләсәктә шул конфликтҡа килтермәһен өсөн хакимиәт башлығы белгестәрҙе һайлағанда, бигерәк тә уларҙы эшкә урынлаштырғанда ошо яҡты ла иҫәпкә алды. Район халҡының яртыһы мосолман булһа ла, район үҙәгендәге белгестәр араһында улар юҡҡа тиң ине, ана шул кәкрене төҙәтергә тура килде. Йылайыр ауылында мәсет һалыу, мосолман зыяраты асыу, христиандарҙыҡын уңайлы яңы урынға күсереү, Йылайырҙа сиркәүҙе төҙөп-төҙәтеп ҡуйыу – халыҡтар араһындағы ҡытыршылыҡты бөтөрөү өсөн эшләнелде.
Башҡортостанға Рәсәй Президенты Владимир Путин килгәйне. Уға бөгөнгө Өфө менән ҡуша башҡорттарҙың боронғо көнкүрешенән күренештәр ҙә күрһәтергә булдылар. Президентты башҡорт тирмәләренә индереү һәм һыйҙан ауыҙ иттереү ҙә ҡаралды. Тирмәләрҙе кемдәр ҡорасаҡ һуң? Әлбиттә, береһен Күгәрсен районы ултыртыр, Башҡортостандың Президенты Мортаза Рәхимовтың районы бит, уны ситләп үтә алмайһың. Икенсеһе “ата башҡорт” Баймаҡтыҡы була инде. Өсөнсөһө – Юнир Вәлиев һикереп торҙо: “Беҙ ҡуябыҙ”. Бығаса Йылайырҙың тирмәһе түгел, башҡорт рухы ла булмай торғайны. Ҡулдарынан килерме һуң? Байрамды ойоштороусылар шикләнде. Шулай ҙа уйландылар. Юнир Вәлиев әйтә бит. Юҡҡа кәперенмәй торған. Ярар, тинеләр, әйҙә, бер тирмәне Йылайыр ултыртһын.
Юнир Вәлиев уйға ҡалды. Түңгәүер тирмәһен ҡорорҙар, аш-һыуын да әҙерләрҙәр, кешеләрҙе ҡаршыларға матур ҡыҙҙар ҙа табырҙар, әммә был бүтәндәрҙә лә буласаҡ. Башҡаларҙа булмаҫтай, тик йылайырҙарса ғына бер нәмә уйлап сығарырға ине. Күп баш вата торғас, таптылар...
Президент В. Путин менән М. Рәхимов майҙандың бер урынынан икенсеһенә уҙып, тирмәләргә килеп етте. Быларға Татарстан Президенты М. Шәймиев, бүтән ҡунаҡтар эйәргән. Бына улар Күгәрсен тирмәһенә инеп сыҡты, Йылайыр тирмәһендә ҡымыҙҙан ауыҙ итте һәм артабан китергә боролдо. Шул саҡ Юлдыбай ауылынан килгән башҡорт милли кейемле малай Ринар: ”Дорогой Владимир Владимирович, от нас, зилаирцев, возьмите на память вот эту книгу”, – тип китап һондо. Малайҙың янында – Юнир Вәлиев. Ҡунаҡтарҙың күҙе балала. Путин китапты алды ла: “Зилаирский район. Энциклопедия, – тип уҡыны. “Вот это да!” – Путин малайҙы арҡаһынан тупылдатып һөйҙө. “Ты с кем приехал? Это твой отец?” – тип Вәлиев яғына баш иҙәне. “Мой отец остался дома. Это – глава Зилаирского района”, – тине малай. “Молодец. Рахмат”, – тине Президент. Аҙаҡтан Путин китап менән танышҡан һәм төпкөл районда бик ентекле фәнни энциклопедия төҙөгәндәр, патриотизм ошо була ул, тигән.
Әҙәм балаһы ҡәнәғәт булһын өсөн тәүҙә уның тамағын туйҙырырға, шунан күңелен астырырға кәрәк икәнлеге борон-борондан билдәле. Туҡһанынсы йылдар башында ашарға ла, эсергә лә етмәгәнлектән, хәйерселеккә төшкәнлектән, кешеләрҙең йөҙөндә йылмайыу ҡалманы. Улар күңелдең яҙылыуын, бер рәхәтләнеп көлөүҙе һағынды. Шуны күрә йөрөгән республика һәм райондар етәкселәре кешеләр өсөн ниндәй ҙә булһа байрам яһарға кәрәклеген төшөндө.
Йылайыр районында һабантуй ойошторорға булдылар. Аллаға шөкөр, йыл матур ғына килә, сәсеүҙе яҡшы тамамланылар. Кешеләрҙең иҡтисад хәле әллә ни рәтләнеп киткәне юҡ, әммә саҡ ҡына йүнләнгән сағы. Бер һелкенеп, иңдән ауырлыҡты төшөрөрҙәй итеп бейешеп алғанда килешер ине. Тәүҙә һабантуйҙы район күләмендә ойошторҙолар, шунан хужалыҡтарҙа. Иҫ китерлек әллә нәмә булманы уларҙа, әммә халыҡ ҡәнәғәт ҡалды. Сөнки һуңғы йылдарҙа социализмды туҡтауһыҙ ҡәһәрләгәнгә, уның байрамдарын да йүнләп билдәләгәндәре юҡ ине, һабантуй ҙа онотолғайны. Һабантуй йыл буйына кешеләрҙең иҫендә һаҡланырлыҡ төрлө йолалар һәм яңылыҡтар гөлләмәһе булһын өсөн тырыштылар. Ойоштороу комитеты ултырыштарын Юнир Вәлиев үҙе үткәрҙе һәм, иң мөһим талап – һабантуй хеҙмәт, мәҙәниәт һәм тарих байрамы булһын, тип талап ҡуйҙы. Тарих, сөнки һабантуй үҙе меңләп йыл элек ашлыҡ (һаб – боронғо телебеҙҙә ашлыҡ) байрамы булып барлыҡҡа килгән, шуға күрә ашлыҡ сәсеүгә, аҙыҡ-түлеккә, муллыҡҡа мәҙхиә итеп үткәрелә ул. Ә уның эсенә яҙғы баҫыу эшенә йомғаҡ яһау, аш-һыуға, көнкүреш эштәренә оҫталыҡ, йырға, бейеүгә, сәсәнлеккә маһирлыҡ – бөтөнөһө бер бөтөн булып туплана. Һабантуй кешеләрҙең күңел асыу сараһы ғына түгел, ярыш, бәйгеләр, күрешеү, осрашыу урындары ла бит. Бында бик күп ҡунаҡ килә, һәр төрлө һый әҙерләнә. Шуға Юнир Вәлиев, һәр ойошманың үҙ тирмәһе булһын, шунда һәр кем үҙ оҫталығын күрһәтә алһын, тип талап ҡуйҙы.
Бына ошонан башланды һабантуйҙы киң ҡолас менән ойоштороу ғәҙәте. Әлбиттә, һабантуй – боронғо башҡорт байрамы. Хәҙер уны Йылайырҙа йәшәгән бөтөн милләт тә байрам итә. Ҡышты оҙатыу, пасха, рождество байрамдарын урыҫтар, бүтән христиандар менән ҡуша башҡорттар ҙа байрам иткән һымаҡ. Ошо саралар аҡрынлап милләт араһында булған боронғо ыҙғышты оноттора, үҙ-ара һыйышып йәшәүҙе арттыра бара. Байрамдың күрке – уға килгән ҡунаҡ, тиҙәр бит. Йылайыр һабантуйҙары ҡунаҡтарҙың ололарынан, ҡәҙерлеләренән ҡалманы. Тәүҙә Мортаза Рәхимов үҙе ҡатнашты, шунан – бүтәндәр. Йылайыр районы ағас ҡырҡыу, ат егеп-туғарыу, көтөүсе сыбыртҡыһын шартлатыу кеүек, һуңынан бөтөн Рәсәйгә таралған ярыш-уйындарҙың башланғыстарын биреүсе лә булды.
Ошо йәһәттән Юнир Вәлиев тарафынан Шәйехзада Бабичтың иҫтәлеген мәңгеләштереү өсөн күрелгән саралары бик фәһемле. Башҡорттоң бөйөк шағиры Бабич 1919 йылдың 27 мартында Преображенскиҙа (әлеге Йылайыр) ҡыҙылдар – Смоленск полкы һалдаттары тарафынан ҡылыс менән сапҡылап үлтерелә. Әлбиттә, был вәхшилек башҡорттарҙа нәфрәт уята һәм ошо тойғо шовинизм ауырыуы менән һуғарылған бер төркөм һалдат менән генә сикләнмәй, бөтөн Преображенск, бөтөн урыҫ кешеләренә күсә. Башҡорттар Бабичтың хәтирәләрен аяҡҡа баҫтырыуҙы, уны ололауҙы, вәхшиҙәрҙе язалауҙы талап итә. Ҡалған шовинистар, әгәр Бабич тип һөрәнләһәгеҙ, үҙегеҙҙе лә шул яҙмышҡа дусар итәсәкбеҙ, тип ҡысҡырыусылар ҙа булды. Совет осоронда быҫҡып ҡына ятҡан кисерештәр сикләүһеҙ демократия йылдарында ялҡынланыуға етеште. Саҡ ҡына осҡон сыҡһа, янғынға әүерелергә тора ине.
Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 100 йыл яҡынлашҡан саҡ. Шуны ойоштороу өсөн махсус комиссия төҙөргә уйланы Юнир Вәлиев, үҙе рәйес булды, урынбаҫары, иң яуаплы ағзалар итеп район үҙәгендә йәшәгән һәм эшләгән урыҫ кешеләрен билдәләтте. Тегеләр теш шығырлата булһа ла эшкә тотондо, аҙаҡтан ҡайҙа маҡтап, ҡайҙа әрләп, йүгереп йөрөп һәммәһен ойошторорлоҡ итте быларҙы Юнир. Улар ойоштороп йөрөгәс, бүтәндәр быларҙы күреп, талаш тойғоһонан һүрелде, һүнде. Әлеге комиссия Бабичтың ҡәберен кәртәләтте, таҡтаташ астырҙы, ул һәләк ителгән йорт стенаһына иҫтәлек таҡтаһы ҡуйҙыртты, шағирға арнап ҙур кисә ойошторҙо, был эш Бабичтың ҡәберендә бына тигән һәйкәл (авторы – Р. Ғарипов) асыу менән йомғаҡланды. Бабич сараларына бик күп кеше, дәүләт эшмәкәрҙәре, әҙәбиәтселәр килде. Уның шиғырҙары, яңы арнауҙар уҡылды. Ҡәбер янында бер урыҫ кешеһенең: ”Мы о тебе не знали, Бабич. За твою смерть, мучения просим простить”, – тип күҙ йәше менән илауы Юнир Вәлиевтең ни тиклем алдан күрә белеүсән, аҡыллы һәм оҫта дипломат икәнлеген күрһәтте.
Кәрәк саҡта ҡаты ҡуллы ла була белде ул. Преображенск ауылында (Йылайыр булғас та) мосолман кешеһе йәшәмәгән тиерлек, һәм ауылда бер ваҡытта ла мосолман зыяраты булмаған. Илленсе – туҡһанынсы йылдарҙа христиан түгел кеше мәрхүм булһа, яҡын-тирәләге башҡорт ауылдарының зыяраттарына илтеп ерләгәндәр. Юнир Вәлиев хакимиәт башлығы булғас, бер нисә кеше уға ошо турала зарланған. Вәлиев Йылайыр ауыл Советына (ер бүлеү – уның хоҡуғы) был мәсьәләне күтәрергә ҡуша һәм сессия ултырышына үҙе барып, мәсьәләне ыңғай хәл иттерә.
Тәү ҡарашҡа ваҡ ҡына күренгән ошондай мәсьәләләргә бик һиҙгер һәм үҙ мәлендә ҡарай белде Вәлиев, шуның арҡаһында низағтар осҡондай сағында һүндерелде, хуплауға лайығы иркен үҫеш алды. Миҫал итеп мәҙәни сараларҙы килтерергә була. Боронораҡ концерт, бүтән мәҙәни эш үҙәге итеп күбеһенсә ике ауыл алына торғайны – Юлдыбай һәм Матрай. Уларҙа булһа, бөтөн сығыштар ҙа башҡортса бара һәм номерҙар башҡорт йыр, бейеү һәм нәфис һүҙенән тора. Йылайырҙа икән, бөтөнөһө лә урыҫса. Әйтерһең, районда бүтән кеше йәшәмәй. Тәүҙә ошо кәкре эште төҙәтергә булды Юнир Вәлиев. Йылайырға ла, Юлдыбайға ла төрлө милләт кешеләренән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ҡуйыуҙан, кәрәкле музыка ҡоралдары, төрлө телдә гәзит, журнал алдырыуҙан башланы. Шунан һуң, бөтөн сығыштар ҙа район үҙәгендә лә, бүтән ауылда ла кәмендә ике телдә барырға тейеш, тип талап ҡуйҙы. Артабан халыҡтарҙың боронғо һәм яңы сәнғәт өлгөләрен халыҡҡа сығарыу китте. Район мәҙәниәт йортонда бер көндә частушкалар байрамы яһалһа, икенсеһендә таҡмаҡ әйтелде, Юлдыбайҙа “Байыҡ” менән “Гопак” алмаш бейелде.
“Байыҡ” тигәндән, бер ваҡиға иҫкә төшә. Сибайҙа “Ирәндек моңдары” йыр фестивалы шаулап-гөрләп уҙа торғайны. Бер йыл шуға М. Рәхимов та килгәйне, Сибайға яҡын райондарҙың хакимиәт башлыҡтары ла саҡырылғайны. Фестиваль ябылғас, шуның тәьҫоратында кәңәшмә булды, әле үткән сараға баһа бирелде. “Йыр-моң фестивалдары Өфөлә, Сибайҙа, Нефтекамала, Туймазыла гөрләп уҙа. Бик яҡшы. Тик беҙҙең саралар бер яҡлы ғына түгелме һуң? Гел йыр ҙа ҡурай. Беҙҙең бит бына тигән бүтән музыка ҡоралдарыбыҙ бар, ер һелкетә баҫа торған бейеүҙәребеҙ күп. Шундай бейеү фестивале ойошторолһа ине, – тине Юнир Вәлиев. – Бейеүҙәр онотолмаһын өсөн фестиваль кәрәк. Уның исемен “Байыҡ” тип атарға була. ”Был фекер Рәхимовты ла ҡыҙыҡһындырҙы. “Дөрөҫ әйтә Вәлиев”, – тине ул. Ошонан һуң башланды республикала бейеү телевизион фестивале.
Йылайырҙа әленән-әле йыр, ҡобайыр, частушки, бейеү конкурстары уҙа торҙо. Уларҙа йәше лә, ҡарты ла ҡатнашты, маһирлығын күрһәтте, уларҙың күбеһенә Юнир Вәлиев үҙе йөрөнө. Хакимиәт башлығы үҙе килгәс, райондың, ауылдарҙың чиновниктары ла тик ултырып ҡала алманы. Шулайтып, саралар ниндәйҙер ҡумталарға һыймайынса, сәхнәнән залдарға төштө, урамдарға ла сығып китте һәм ысынлап та халыҡ байрамына әйләнеп китте. Йылайырҙа бейеү һәм йыр ансамблдәре барлыҡҡа килтерелде. Уларға етәксе итеп Вәлиев профессиональ артистарҙы ғаиләләре менән күсереп килтереү сараларын күрҙе. Улар иһә республика конкурстарында ҡатнашырлыҡ үҙешмәкәрҙәр әҙерләне. “Байыҡ”, “Бала Байыҡ”, “Оҙон көй”, гармунсылар конкурстарының беренсе еңеүселәре Йылайырҙан булды.
Йылайыр районында көн күргән түңгәүер, үҫәргән ырыуҙарына ҡараған кешеләр борон-борондан бик маһир булған һәм ошо ырыуҙарҙың ғына түгел, халыҡ яҙмышына ла йоғонто яһарлыҡ эштәр башҡарған. Әйтәйек, ете ырыу берләшмәһен барлыҡҡа килтергән ырыуҙар йыйыны түңгәүер ерендә Айҙаболонда уҙған һәм ошо айҡанлы ултыртылған бағана әле лә бар. Иҫтәлекте мәңгеләштереү маҡсатында ошо тауға һәйкәл ҡуйҙылар. Әйткәндәй, авторы – Юнир Вәлиев үҙе. Һәйкәлдең күсермәһе Юлдыбай ауылының 800 йыллығын билдәләгән тауға ла ҡуйылды.
Йөҙәрләгән халыҡ йырын, уларҙың һәр ҡайһыһының тарихын яттан белгән Ишҡәле Дилмөхәмәтов һәм уның уландары Ишмулла, Сәйфулла яу батырҙарына тиң ҡаһарманлыҡ менән башҡорт халҡына хеҙмәт иткән. Халыҡ артистары Азат Айытҡолов, Фәрит Бикбулатов, Азат Нәҙерғолов, Татьяна Ленникова, Шәүрә Дилмөхәмәтова, рәссамдар Александр Бурзянцев, Василий Кириллов, шағир Валентин Сорокин, яҙыусылар Мөслим Әбсәләмов, Әмир Мортазов, Фәүзиә Юлдашбаева, Хәйҙәр Тапаҡов һ.б. Йылайыр еренән һут алған. Юнир Вәлиев уларҙы данлар, рәхмәт әйтер өсөн һәр береһен тыуған еренә саҡырҙы, ә Фәрит Бикбулатовҡа район исеменән йорт бүләк итте. Билдәле шәхестәрҙе хөрмәтләү менән ҡуша Йылайыр кешеләрен ололау, уларҙы данлау һәм яҡшы тормошҡа өндәү ҙә ине был.
Ошондай онотолмаҫлыҡ ваҡиғалар профессор Сәғәҙи Солтанов, фән докторҙары Геннадий Валявин, Иван Бусалаев, Миңлеғәле Нәҙерғолов, Салауат Әбсәләмов, Шәһит Бикбулатов, Хәмит Ғиззәтуллин, Роза Бүкәнова, Александр Филлипов һ.б. айҡанлы ла ойошторолдо.
Йылайырҙа иң ҙур ваҡиға, моғайын, Юлдыбай ауылының 800 йыллығын билдәләү булғандыр. Был сара әле иҫән кешеләргә ни тиклем тамырҙары тәрән икәнде күрһәтер, борон-борондан бында тарихи ваҡиғалар булып торғанын хәтерләтер һәм киләсәккә халыҡтың ошондай ҙур эштәргә һәләтле икәнлегенә ышанысты нығытыр өсөн кәрәк ине. Юлдыбай ауылына 800 йыл ғына түгел икәнлеген белеүселәр күп, әммә уны тарихи дәлилдәр менән раҫларға кәрәк бит. Быныһы, бәлки, киләсәктә башҡарылыр, тип әлегә 800 йылға туҡталдылар. Элек ете ырыуҙың йыйыны булған ергә Юлдыбайҙың ошо ваҡиғаһы айҡанлы һәйкәл ҡуйылды, уны асҡанда боронғо ете ырыуҙың вәкилдәре һәм Мортаза Рәхимов һәм башҡа оло ҡунаҡтар ҡатнашты. Шунда Рәхимовтың: “Боронғо бабаларыбыҙ беҙгә аҫаба ер һәм аҫаба донъя ҡалдырған, беҙ шул ерҙе гөлдәргә күмеп киләсәккә тапшырырға бурыслыбыҙ. Тик шул саҡта ғына беҙ Аллаһ һәм боронғо нәҫелдәребеҙ алдында бурысыбыҙҙы үтәгән булырбыҙ”, – тип әйткән һүҙҙәренең дөрөҫлөгөнә ҡайта-ҡайта уйлап инана кешеләр.
Йылайыр районында йәшәүсе бик күптәрҙең, шул иҫәптән Юнир Вәлиевтең, уның ғаиләһе ағзаларының иҫендә алтын хәрефтер менән уйылған көн бар – 7 декабрь. Ошо көндә Йылайырҙа беренсе мәртәбә газ янды. Вәлиевтәрҙең өйөндә лә ошо ваҡиғанан һуң аш газда бешерелә, йылылыҡты газ мейесе бирә башланы. Донъя көтөүе күҙ алдында еңелләште.
Йылайыр Башҡортостанда тәбиғи газ инмәгән берҙән-бер район ине. Газ һәм башҡа уңайлыҡтар – урындағы етәкселәрҙең таһыллылығына бәйле нәмәләр. Улар хәстәрлек күреп, юғары кабинеттарҙың тупһаһын тапап, әйткән һүҙен һүҙ итеп, район кешеләрен хәстәрләп йүгереп йөрөһә, була. Ныҡышмаллыҡ етмәһә, ҡала ла ҡуя. Йылайырҙа бығаса эшләгән етәкселәргә тап шул сифаттар етеп бөтмәне лә инде. Район үҙәгендәге йылытыу ҡаҙанлығының эше бик күптәрҙең сәсен ағартты, әммә шунан ары китмәне. Ҡаҙанлыҡ мазут яға ине. Бик йыш ҡына мазут етмәй, йылытыу торбаларында температура йылымыстан уҙмай, шуға өйҙәрҙә һыуыҡ. Юнир Вәлиев хакимиәт башлығы булып эшләй башлағас та республика етәкселәре алдына ошо мәсьәләне ҡуйҙы. Президент М. Рәхимовтың яуабы ҡыҫҡа һәм аныҡ булды: “Газ торбалары һуҙыуға документтар әҙерлә, үткәрербеҙ”. Ошо яуап ҡанатландырҙы Вәлиевте. “Баштрансгаз”, “Башпроект”, бүтән ойошмаларға йөрөү, райондағы бүтән хеҙмәткәрҙәрҙе ошо эшкә ҡушыу... Айҙарға һуҙылған мәшәҡәттәр. Тәүҙә газ үткәреүселәр шаяртып булышты, Йылайырҙа утын күп бит, һеҙгә газ нимәгә? Юнирҙең йәнен көйҙөрә ине ошо һүҙ. Баҡһаң, бының да үҙенә күрә тарихы булған икән. Йылайырҙың элекке етәкселәренең береһенә газ үткәрергә тәҡдим иткәс, был, проект документтарын әҙерләүҙән ҡурҡып, Йылайырҙа утын күп бит, беҙгә газ кәрәкмәй, тигән, имеш. Проект-сметаны эшләп бөткәс, Рәхимов Юниргә: ”Ныҡымыш та икәнһең үҙең. Булдырҙың. Хәҙер миңә үҙ вәғәҙәмде үтәргә тура килә инде”, – тине һәм газ тартырға аҡса табыу сараһын күрҙе. Бер нисә йыл барҙы Йылайырға газ килтереү. Йыл һайын 40-ар километрға торбалар тартылды, газ ҡыуыу ҡоролмалары төҙөлдө. Беренсе эш йылында газ Юлдыбай, Воскресенскиға үтте, икенсеһендә – Йылайырға, өсөнсө йылда – Яманһаҙ, Матрай яҡтарына. Бейек тауҙар, ҡая таштар, ҡара урман аша ҙур торбалар һуҙыу еңел эш булманы. Ҡайһы бер урында газсылар бығаса тарихта булмаған алымдар ҙа ҡулланды, ундайҙарҙың эше хеҙмәт батырлығы тип тә баһаланды. Шуға күрә районға килгән газды тоҡандырыу тантанаһында М. Рәхимов:
– Бөгөн һеҙҙең электән бирле килгән хыялығыҙ тормошҡа аша. Газ үткәреү һеҙҙең шатлыҡ ҡына түгел, ул беҙҙең, республика етәкселәренең, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү йәһәтенән үҙебеҙгә үҙебеҙ ҡорған программа ла. Ана шуны тормошҡа ашырабыҙ. Быйыл беҙ республикала өс мең километрға яҡын газ үткәргес һалабыҙ – был Рәсәйҙә эшләнгәндең ундан бер өлөшө. Юл эшләү, торлаҡ төҙөү йәһәтенән дә хәл ошоға оҡшаш. Бөгөн беҙ һеҙҙең районда тағы бер нисә объектты сафҡа индерәсәкбеҙ. Рәхәтләнеп файҙаланығыҙ, кинәнеп йәшәгеҙ.
Кешеләрҙең ҡыуанғанын күрһәгеҙ, күптәрҙең күҙенән йәш атылып сыҡты. Шулай булмай һуң, 7 декабрь көндө Йылайырҙа заманса итеп эшләнгән бик ҙур район мәҙәниәт йорто асылды. Һуңғы биш йыл эсендә иһә районда биш мәктәп, 24 фатирлы ике торлаҡ йорт, бер йыл эсендә генә 8 мең квадрат метр майҙанлы өйҙәр, дауахананың хирургия бинаһы, Кананикольскиҙа 40 урынлыҡ дауахана, һөнәрселек училищеһының дөйөм ятағы, урман хужалығының идара йорто, Йылайырҙы урап уҙған юл, элек йырылған быуаны киренән һыулау һәм ҙур күпер һалынды. Ауылдарҙа биш ҡаҙанлыҡ төҙөлдө...
Башҡарылған эште, төҙөлгән йорттарҙы һанап сығыу ҙа ҡыйын ине. Ысынлап та, был йылдарҙа республика власы ла, райондар власы ла халыҡ өсөн эшләне. Кешеләр тип янды улар, кешеләрҙең йөҙө яҡтырҙы, рәхмәтен әйтә белде. Йылайырҙа ошо йылдарҙа алып барылған тиклем төҙөлөш уға тиклем дә, унан һуң да булманы. Ул йылда Йылайыр Рәсәйҙә алдынғылыҡҡа сыҡты. Шуға күрә тарих өсөн ошо исемлекте ҡалдырырға булдыҡ. Дөрөҫ, төҙөлөш, социаль-мәҙәни, мәғариф объекттарын һалыу еңел генә барманы. Аҡса, подрядсы, проект мәсьәләләре менән ҡуша кешеләр араһында төҙөлөш менән ҡәнәғәт булмаусылар ҙа табылды. Улар, әлбиттә, халыҡ өсөн кәрәкле йорт-ҡорамал булдырыуға ҡаршы түгел ине. Улар, шул төҙөлөш менән булғансы, пенсия, балалар пособиелары түләһәгеҙ ине, тип һуҡранды. Улар ҙа хаҡлы һымаҡ, тик дәүләт сәйәсәте, закон тарафынан бүленгән бюджет айырымлыҡтары бар бит. Социаль сығымдарға бүленгән аҡсаны бүтән маҡсатта тотонорға ярамаған кеүек, капиталь төҙөлөш аҡсаһын пенсия түләүгә тотоноп та булмай шул. Туҡһанынсы бик ауыр, хеҙмәт хаҡын, пенсия, пособиеларҙы ваҡытында бирә алмаған йылдарҙа шул ҡәҙәр төҙөлөш алып барыу үҙе бер батырлыҡ ине.
7 декабрҙә район мәҙәниәт йортон асыу тантанаһында Юнир Вәлиев М. Рәхимовҡа:
– Миңә район хакимиәте башлығы булып һеҙҙең етәкселектә эшләү шул тиклем еңел, – тигәйне. – Сөнки беҙҙең бер генә үтенес тә, бер генә теләк тә кире ҡағылғаны юҡ. Өҫтәүенә, беҙҙең үтенестең тормошҡа ашыуын һеҙ үҙегеҙ үк тикшереп, төпсөрләп тораһығыҙ. Ошондай ҡеүәтле ярҙам бар сағында насар эшләү оят булыр ине.
Юнир Вәлиев күңелендәген, дөрөҫөн, әйтте. Ысынлап та, уға, уға ғына түгел, Башҡортостандың бөтөн ҡала, район башлыҡтарына Мортаза Ғөбәйҙулла улы менән эшләү Аллаһ биргән бәхет ине. Бер дәүер М. Рәхимов, республикала һыуһаҡлағыстар төҙөргә кәрәк, тип белдерҙе. Ысынлап та, уларға мохтажлыҡ ҙур ине. Башҡортостанда борон мул һыулы йылғалар күп булған. Эре завод-фабрикалар төҙөү, һөрөлмәгән ер ҡалдырмай башлау, малды күп тотоу арҡаһында бәләкәй йылғалар ҡороно, ҙурҙары ныҡ бәләкәсәйҙе, ҡалаларға ғына эсер һыу етмәү түгел, ауылдарҙа мал һуғарыу ҙа ауырлыҡҡа әйләнде. Ошо ҡыйынлыҡтан сығыу юлдарының береһе тип М. Рәхимов быуалар, һыуһаҡлағыстар төҙөү ихтыяжын атаны.
Йылайыр районында күп ер урман менән ҡапланған булһа ла, ялан яғында һыуһыҙ ыҙа сиккән ауылдар аҙ түгел. Юнир Вәлиев М. Рәхимовтың хуплауын алғас, Матрай ауылы янында бәләкәй генә йылға буйында Быҙаулыҡ һыуһаҡлағысын төҙөй башланылар, һәм унда 22 миллион кубометр һыу йыйылды, ә ярында Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуына 450 йыл тигән исемле парк булдырып, ағастар ултырттылар.
Ер йөҙөндәге йән эйәләренән бик һирәктәре генә яңғыҙ көн итеүгә яраҡлашҡан. Ҡалғаны, шул иҫәптән кеше, күмәк тормош кисерә. Күмәкләп йәшәү йәтеш шул, берәү башҡара алмаған эште ике кеше һә тигәндә еренә еткереп ҡуя, аҙыҡ – әүҡәт йыйғанда ла, күңел асҡанда ла күмәкләһәң, яҡшыраҡ. Ә республика тормошон алға этәргәндә бер генә кеше бер ни ҙә эшләй алмай. Ә күмәктең эсендә иң терәр, уй беркетер, күңел ятыр арҡаҙаштар, дуҫтар, ярҙамлашыр кешеләр күп булһа, бик ауыр, ҡатмарлы тойолған мәсьәләләр ҙә ыңғай хәл ителә. Юнир Вәлиевкә өлгө лә, бөтөн эшендә лә етәксе лә, туҡтауһыҙ бөтөн ярҙамын да күрһәтеп торған кеше Мортаза Рәхимов булды. Дөрөҫөн, анығын ғына әйтәйек, атай ҡулын, атай етәген, атай иркәләүен күрмәйенсә тиерлек үҫкән һәм йәшәгән Юнир Вәлиев өсөн Мортаза Ғөбәйҙулла улы атайҙы алмаштырған кеше булды. Бөтөнөһөн дә күрҙе ул унан: кәңәшен дә, маҡтауын да, әрен дә, тормош һуҡмағы буйлап етәкләп алып барған ҡулын да. Күрәһең, Мортаза Ғөбәйҙулла улы үҙе лә Юниргә атайҙарса мөнәсәбәттә булғандыр. Йылайыр районына йөрөргә, хакимиәт башлығының эшен ҡарарға, шатлығына ҡыуанырға, ҡайғыһын уртаҡлашырға тырышты ул. Юнир ҙә уға улдарса мөхәббәт менән яуап бирҙе, ҡулынан килгәндең бөтөнөһөн дә эшләне, моғайын, быныһы иң мөһимелер, бер генә ваҡытта ла ул Мортаза Ғөбәйҙулла улының йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәне.
Республика етәкселәре араһынан бүтән кешеләр менән ул тигеҙ мөнәсәбәт ҡорҙо, берәү алдында ла ярамһыҡланманы, кәрәк-кәрәкмәгәнгә алдында йә артында хәбәр һөйләп йөрөмәне, уларға биргән вәғәҙәһен еренә еткереп үтәне һәм бүтәндәрҙең дә шулай яуап биреренә өмөт тотто. Шуға күрә Юнир Вәлиевтең йәшерен-батырын эше булманы, коррупцияға ҡаршы һәм башҡа органдар соҡсоноп ҡараһа ла, тырнаҡ аҫтынан да кер таба алманылар. Юнир Вәлиевтән ни бары эш, яуланған уңыштар һәм төҙөлгән бик күп йорт ҡалды. Йылайыр районының үҙәге, бүтән ауылдар танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Районда 17 меңгә яҡын кеше йәшәй, шуларҙың 56 проценты – башҡорт, 40-ы – урыҫ, 2-шәр процент сыуаш менән татар.
Уларҙың тормошон тик дуҫлыҡтан ғына тора тип раҫларға йыйынмайбыҙ. Әммә бөгөн бынан утыҙ йыллап элек башҡорт булған өсөн генә кешене үлтерә яҙғансы туҡмаған кеүек итергә берәүҙең дә ҡулы күтәрелмәҫ.
Читайте нас: