Баш ҡала Советы депутаттары уны тейешле конкурс процедураларын уҙғарғансы Өфө хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләне.
Радмил Мөслимовҡа 43 йәш. Шишмә ҡасабаһында тыуған. Башҡорт дәүләт аграр университетын («инженер») һәм Өфө дәүләт авиация техник университетын («инженер-төҙөүсе») тамамлаған.
2020 йылдың сентябренән ул Өфө хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы тип иҫәпләнде.