Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Ноябрь 2020, 12:12

Заһир Вәлитовтың тыуыуына 80 йыл.

Бөгөн Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Заһир Вәлитовтың тыуыуына 80 йыл.Тамашасылар уны бихисап сағыу ролдәре аша яҡшы белә: Аҡъегет (“Ай тотолған төндә), Вәли (“Тапшырылмаған хаттар”), Әптерәй (“Ҡыр ҡаҙҙары”), Яхъя, Хазбулат (“Әсәләр көтәләр улдарын”), Гефест (“Ташлама утты, Прометей!”), Хомичук (“Ярлыҡау”), Сәғәҙиев (“Ун өсөнсө председатель”) #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#Юбиляр#ЗаһирВәлитов

Бөгөн Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Заһир Вәлитовтың тыуыуына 80 йыл.
Тамашасылар уны бихисап сағыу ролдәре аша яҡшы белә: Аҡъегет (“Ай тотолған төндә), Вәли (“Тапшырылмаған хаттар”), Әптерәй (“Ҡыр ҡаҙҙары”), Яхъя, Хазбулат (“Әсәләр көтәләр улдарын”), Гефест (“Ташлама утты, Прометей!”), Хомичук (“Ярлыҡау”), Сәғәҙиев (“Ун өсөнсө председатель”) һ.б.
Заһир Суфиян улы 1995 йылда үҙен режиссер-ҡуйыусы булараҡ та күрһәтә, 2000 йылда “Аҡъял батыр” башҡорт халыҡ әкиәте буйынса инсценировка яҙа.
10 ноябрь Мәжит Ғафури исемендәге академия драма театрының бәләкәй залында Заһир Вәлитовтың Хәтер кисәһе үтә. Ул "Йылдарым, юлдарым" тип атала.
Читайте нас: