Брошюрала урындағы көнкүреш, этнография үҙенсәлектәренә ҙур иғтибар бүленгән. Әммә төп йүнәлеш, әлбиттә, шәжәрә төҙөүгә арналған. Был йүнәлеш уҡыусыларға ла, оло быуын вәкилдәренә лә файҙалана алырлыҡ. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар киләсәктә бындай брошюраларҙа төньяҡ-көнбайыш башҡорттарҙың ғына түгел, төбәктәге башҡа халыҡтарҙың, республиканың тарихы һәм мәҙәниәте сағылыр, тигән өмөт белдерҙе.