Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Ноябрь 2020, 15:14

Республикала мәктәп каникулы 9 ноябргә тиклем оҙайтылды

Башҡортостанда көҙгө мәктәп каникулын 9 ноябргә тиклем оҙайтырға ҡарар ителде, тип белдерҙеләр коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау буйынса оператив штаб ултырышынан һуң Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#Мәғариф#Хөкүмәт

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Мәғариф министрлығы һәм Роспотребнадзор етәкселәре уҡыусыларҙың ял ваҡытын оҙайтырға тәҡдим итте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, СOVID-19 менән бәйле хәлдең ҡатмарлашыуы арҡаһында уҡыусылар каникулға бер аҙнаға алданыраҡ — 17 октябрҙә үк сыҡты. Уҡыуҙар киләһе кесаҙна, 5 ноябрҙә, башланырға тейеш ине. Уҡыусыларҙы аҙна аҙағына тиклем каникулда ҡалдырырға хәл ителде. Улар өсөн дәрестәр 9 ноябрҙә башлана.
«Беҙ инкубация осорон өҙөрбөҙ һәм балаларыбыҙ элекке кеүек мәктәпкә йөрөй алыр», – тине Радий Хәбиров.
Читайте нас: