Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Ноябрь 2020, 15:30

Әбйәлилдәге ҡарағастар хаҡында

30 октябрь Әбйәлил районында ҡот осҡос хәл теркәлгән. Район эске эштәр бүлегендә райондың йөҙөн билдәләгән, бик уникаль тәбиғәт ҡомартҡылары тип һаналған өлтөк (бөҙрә) ҡарағастарҙың бөтәһенең дә олононоң ике яҡлап бысылыуы хаҡында хәбәр алына. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#Абзелил#КужановскиеЛиственницы

Әбйәлил районында ҡот осҡос хәл теркәлгән. Район эске эштәр бүлегендә райондың йөҙөн билдәләгән, бик уникаль тәбиғәт ҡомартҡылары тип һаналған өлтөк (бөҙрә) ҡарағастарҙың бөтәһенең дә олононоң ике яҡлап бысылыуы хаҡында хәбәр алына.
Ваҡиға урынына оператив төркөм менән район гәзите хәбәрселәре лә юллана. Коллегаларыбыҙ белдереүенсә, шаҡ ҡатырлыҡ күренешкә тап була улар. Ун бер төп өлтөк ҡарағастың барыһының да олонон ике яҡлап бысып сыҡҡандар.
Әлеге мәлдә ағастарға ярҙам күрһәтелде. Урындағы халыҡ, урман хужалығы һәм полиция хеҙмәткәрҙәре ҡарамағында, яраланған ағастарға терәү куйҙы, бысылған урындарҙан һауа үтмәһен өсөн пленка менән уратты. Биология фәндәре кандидаты Һөйөндөков Илгиз Вариҫ улы шулай уҡ ҡарағастарҙы ҡарап сыҡты һәм уларға артабанғы ярҙам күрһәтеүе хаҡында белдерҙе.
Ләкин бының менән генә эш тамам түгел. Ағастарҙы шулай уҡ трос менән нығытыу, һауа торошо боҙолорҙан алда пленка менән ҡапланған яраларын сайыр менән һыларға кәрәк.
Фотолар һәм мәғлүмәт "Бәйләнештә" социаль селтәренән алынды.
Читайте нас: