Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Ноябрь 2020, 10:39

Ғаббас Дәүләтшин хөрмәтенә Өфөлә таҡтаташ асылды.

Күренекле башҡорт телсеһе, «Әлифба» китабының тәүге авторы Ғаббас Дәүләтшин хөрмәтенә Өфөлә таҡтаташ асылды.Сара Башҡорт дәүләт университенының роман-герман филологияһы факультеты бинаһы алдында үтте. Иҫтәлекле таҡтаташ асыу тантанаһы тел белгестәре, яҡташтары һәм туғандары ҡатнашлығында Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолдо. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#ҒаббасДәүләтшин#Мәңгеләштереү

Телсе, башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, уның орфографияһы, диалектология, лексикографияһына тос өлөш индергән белгес, башҡорт фольклорын һаҡлауға көс һалған шәхес Ғаббас Дәүләтшиндың исеме яңыраҡ ҡына билдәле булды. Хикмәт шунда, хеҙмәттәренә һәм хаттарына ул «Ғ.Дәүләтшин»тип ҡул ҡуйған, ә әлеге тарихсылар был исем-шәрифте уның нәҫеленән булған икенсе тарихи шәхес—яҙыусы һәм дәүләт эшмәкәре Ғөбәй Дәүләтшиндың имзаһы, тип таныған. Нәжип Буранғоловтың «Ҡәҙерле ҡунаҡ» тип аталған иҫтәлегендә генә белгестәр Һәҙиә һәм Ғөбәй Дәүләтшиндарҙың замандашы булған телсе-ғалим Ғаббас Дәүләтшин тураһында мәғлүмәт таба. Һуңғы йылдарҙа данлыҡлы нәҫелдең вариҫы Мәрғүбә Абдулла ҡыҙы Дәүләтшинаның тырышлығы менән Ғаббас Йәғәфәр улы тураһында тарихи мәғлүмәт тупланды, ғалимдың исемен мәңгеләштереүгә башланғыс бирелде.
Камилла Ғүмәрова Ғаббас Дәүләтшиндың бер туған ҡустыһының бүләсәһе. Туғанының биографияһын, уның киң яҡлы эшмәкәрлеген ул өләсәһе һөйләүенән генә түгел, архив документтары аша ла танып белә. Төрлө архивтарҙан тарихи сығанаҡтарҙы өйрәнеүҙә, ғәрәп графикаһын тәржемә итеүҙә ярҙамлаша.
Ғаббас Дәүләтшин хәҙерге Һамар өлкәһендә донъяға килә. Ул башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалыуға, уны артабан үҫтереүгә ҙур өлөш индергән шәхес. Башҡорт теленең диалекттары, орфографияһы буйынса мәҡәләләр серияһы баҫтыра, башҡорт мәктәптәре, техникумдары, рабфактары өсөн дәреслектәр төҙөй. Тап мөғәллимлек иткәне өсөн ул 1937 йылда репрессиялана. 1956 йылда тулыһынса аҡлана.
Читайте нас: