Ағиҙел
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Октябрь 2020, 14:24

Йәнә бер йән өҙгөс хәбәр...

Билдәле йырсы, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Ғүмәр Мөғәлләм улы Әбделмәнов арабыҙҙан китте. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#ҒүмәрӘбделмәнов

Ғүмәр Әбделмәнов 1929 йылдың 15 декабрендә Шишмә районы Суҡраҡлы ауылында донъяға килгән. Оҙаҡ йылдар дауамында ул Башҡорт дәүләт филармонияһының солисы булды. Ғүмәр Мөғәлләм улының башҡырыуы ябайлыҡ һәм эскерһеҙлек менән айырыла. Уның репертуарында башҡорт халыҡ йырҙары ла, Х.Әхмәтов, З.Исмәғилев, Т.Кәримов, Р.Мортазин, Р.Сәхәүетдинова кеүек билдәле композиторҙарҙың да әҫәрҙәре бар ине.
Читайте нас в