"Бөгөн 15.00 сәғәттә Склифосовский институтында Өфө ҡалаһы мэры Өлфәт Мостафин вафат булды. Ул был сир менән оҙаҡ көрәште, бөгөн 35-се көн ине. Ул бик ауыр үтте: пневмония, COVID-19 һәм уларға эйәргән башҡа сирҙәр. Беҙ уны ҡотҡара алманыҡ, - тине Радий Хәбиров. – Хатта Өлфәт Мансур улы кеүек шат күңелле, көслө кешеләр ҙә коронавирусҡа ҡаршы тора алмай. Шуға күрә бөтәгеҙҙән дә һаҡланыуығыҙҙы һорайым. Был сир бер ҡайҙа ла китмәне, һәм беҙгә уға ҡаршы тағы оҙаҡ көрәшергә кәрәк. Мин ысын күңелдән Өлфәт Мансур улының туғандары һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Был - республикабыҙ, Өфө өсөн ҙур юғалтыу. Ул Өфөнө ныҡ ярата ине. Тормошто ныҡ яратты, беҙҙең ҡалабыҙ өсөн бик күпте эшләгеһе килә ине...
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин менән хушлашыу 31 октябрҙә 9.00 сәғәттән 11.00 сәғәткә тиклем Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда буласаҡ. Адресы: Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 40.