Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Октябрь 2020, 14:16

Бейеү аҡһаҡалы вафат...

88 йәшендә Башҡортостандың халыҡ артисы Ратмир Бәҙретдинов вафат булды. Коллегалары белдереүенсә, ул пневмониянан дауаланған булған. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#РатмирБәҙретдинов#Байыҡ

Ратмир Сәрүәр улы 1931 йылдың 15 ноябрендә Башҡортостандың Дыуан-Мәсетле (хәҙерге Мәсетле) районының Ҡотош ауылында тыуған. Бала саҡтан халыҡ йырҙарына һәм бейеүҙәренә ғашиҡ булып үҫә. Үҫмер йылдарында уҡ башҡорт бейеүҙәрен оҫта башҡарыусы булып таныла.
1952 йылда Башҡорт театр-сәнғәт училищеһын тамамлағандан һуң, хеҙмәт юлын Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамблендә солист булып башлай. 1973 йылда ансамблдең директоры итеп тәғәйенләнә. 1980 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының проректоры булып эшләй. 1986–2001 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының директор урынбаҫары һәм төп администраторы вазифаһын башҡара.
Башҡорт бейеү сәнғәтенең аҡһаҡалы, бихисап сағыу, ҡабатланмаҫ бейеүҙәр һалыусы, “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсының алмаштырғыһыҙ баһалама төркөмө ағзаһы Ратмир Бәҙретдинов хаҡында яҡты хәтер халҡыбыҙ күңелендә мәңге һаҡланыр. "Ағиҙел" журналы мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
Читайте нас: