Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Октябрь 2020, 20:46

Тағы ла бер ҡайғылы хәбәр. Өлфәт Мостафин арабыҙҙан китте...

Республика Башлығы Радий Хәбиров бөгөн "Башинформ" агентлығына Өфө мэры Өлфәт Мансур улы Мостафиндың COVID-19 менән ауырыуҙың 35-се көнөндә вафат булыуы хаҡында хәбәр итте. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#ӨлфәтМостафин#УльфатМустафин

Республика башлығы Радий Хәбиров хәбәр итеүенсә, ауыр сир менән 35 көн дауамында көрәшкәндән һуң, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мансур улы Мостафин мәрхүм булды. Уның ауырыуын пневмония һәм COVID-19 вирусы ҡатмарлаштырыуы хаҡында әйтелде.
"Ағиҙел" журналы мөхәрририәте мәрхүмдең туғандары һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлаша.
Читайте нас: