Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Октябрь 2020, 14:14

Әмир Ишемғолов вафат!

Башҡортостанда 60 йәшендә Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры, биология фәндәре докторы, профессор, Башҡорт ҡоролтайы башҡарма комитетының элекке рәйесе Әмир Ишемғолов вафат.Билдәле булыуынса, ул пневмониянан дауаланған, йәйгеһен коронавирус менән ауырыған. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#ӘмирИшемғолов#АмирИшемгулов

Ишемғолов Әмир Миңләхмәт улы (22 май 1960 йыл — 29 октябрь 2020) — ғалим-зоотехник, умартасылыҡ белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. Биология фәндәре докторы (2005), профессор (2006). 1998 йылдан Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми‑тикшеренеү үҙәге директоры, 2003 йылдан — генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 5-се саҡырылыш (2013—2018) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, 2015—2018 йылдарҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2008), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2003), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2010).
Билдәле булыуынса, ул пневмониянан дауаланған, йәйгеһен коронавирус менән ауырыған.
Туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Читайте нас: