Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Октябрь 2020, 17:11

Радий Хәбиров Өфө мэры Өлфәт Мостафиндың хәле ауыр булыуы тураһында хәбәр итте.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө мэры Өлфәт Мостафиндың һаулығы тураһында хәбәр итте. Ул Өлфәт Мостафиндың сирләүе тураһында хәбәрҙе раҫлап, баш ҡала хакимиәте етәксеһендә COVID-19 асыҡланғанын, шулай уҡ уның пневмония менән ауырығанын белдерҙе. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#НацПроекты#Хәбиров

«Ул ярайһы уҡ ауыр сирләй, үпкәһе ныҡ зарарланған, — тине республика башлығы. — Әле ул дауалана, беҙ уның һауығып, эшкә сығыуын көтәбеҙ. Өлфәт Мансур улы — мэр ғына түгел. Ул минең яҡын дуҫым. Уҙған аҙнала эргәһенә барҙым. Ул дауалана. Тағы бер тапҡыр әйтәм: сире ҡатмарлы. Күптәр ауырый, ошо сирҙе кисергәндәр бының еңел түгеллеген белә. Бик йәш тә түгел. Шуға йәнә әйтәм: уның тиҙерәк һауығыуына ышанабыҙ. Ә Өфөгә килгәндә, ул эшләй. Беҙ ҡышҡа әҙерләнәбеҙ, барлыҡ программаларҙы тамамлайбыҙ. Шуға күрә бөтәһе лә эш режимында бара».
Читайте нас: