Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Октябрь 2020, 17:06

Ноябрь башында рәсәйҙәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә.

Ноябрь башында рәсәйҙәрҙе 4 ноябрҙә Халыҡтар берҙәмлеген байрам итеүгә бәйле ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә. Быйыл ул шаршамбыға тап килә. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#Путин#ХалыҡтарБерҙәмлегеБайрамы

«Ноябрь башында рәсәйҙәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә. Халыҡтар берҙәмлеге көнөн байрам итеүгә бәйле 4 ноябрь ял була. Шулай итеп, ноябрҙең тәүге аҙнаһында дүрт көн — 2 һәм 3 ноябрҙә, шулай уҡ 5 һәм 6 ноябрҙә эшләйбеҙ», — тип хәбәр итте ТАСС.
Шишәмбе, 3 ноябрҙә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.
Рәсәйҙәрҙе киләһе ҡыҫҡа эш аҙнаһы декабрь аҙағында ғына көтә.
Быйыл 31 декабрь кесаҙнаға тап килә һәм ҡыҫҡа эш көнө булып тора. Яңы йыл каникулдары 2021 йылдың 1 ғинуарынан 10-ына тиклем дауам итә.
Читайте нас: