Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Октябрь 2020, 17:19

Башҡортостан Башлығы юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы указға сираттағы төҙәтмәләр индерҙе.

Төҙәтмәләр бөгөн үҙ көсөнә инә. Документтың яңы редакцияһында халыҡҡа йәшәү урынынан тыш бөтә ерҙә лә битлектә, ә кеше күпләп йыйылған урындар, йәмәғәт транспорты, такси, туҡталҡалар, лифттар, магазиндар, финанс ойошмалары һәм күп функциялы үҙәктәрҙә иһә мотлаҡ бирсәткәлә булыу талабы индерелә. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#ЮғарыӘҙерлек#РадийХәбиров

Документтың яңы редакцияһында халыҡҡа йәшәү урынынан тыш бөтә ерҙә лә битлектә, ә кеше күпләп йыйылған урындар, йәмәғәт транспорты, такси, туҡталҡалар, лифттар, магазиндар, финанс ойошмалары һәм күп функциялы үҙәктәрҙә иһә мотлаҡ бирсәткәлә булыу талабы индерелә. Йәмәғәт транспорты, такси, сауҙа һәм дөйөм туҡланыу ойошмалары, мәҙәни ағартыу һәм тамашалар уҙғарылған урындарҙы дезинфекция уҙғарыу тәртибен көсәйтеү талабы ҡуйыла.
Ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү федераль хеҙмәте идаралығына юридик заттар, эшҡыуарҙар һәм үҙмәшғүлдәр уҙғарҙан дезинфекция сараларын тикшереү вәкәләттәре йөкмәтелә.
Башҡортостандың башҡарма власть органдарына халыҡта битлек режимы үтәлешен тикшереүҙе көсәйтеү бурысы ҡуйыла.
Урындағы үҙидаралыҡ органдарына битлек режимы менән социаль дистанция талаптары үтәлешен тәьмин итеү маҡсатында урамда һәм йәмәғәт урындарында патруль ойоштороу һәм аңлатыу эше алып барыу йөкмәтелә.
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына көн дә лаборатория тикшереүҙәрендә 100 мең кешегә 150 тест уҙғарыуҙы тәьмин итергә тейеш.
Читайте нас: