Ағиҙел
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Октябрь 2020, 11:22

Зөһрә Фәйзуллина арабыҙҙан китте

Өфөлә шағирә, драматург, журналист, үҙешмәкәр композитор Зөһрә Фәйзуллина 75-се йәшендә арабыҙҙан китеп барҙы. Коллегалары хәбәр итеүенсә, яҙыусы дауаханала вируслы пневмониянан дауаланған, үпкәне яһалма елләтеү аппаратында ятҡан. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#ЗөһрәФәйзуллина##

Зөһрә Фәйзуллина 1946 йылдың 29 июлендә Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған. 1969-1980 йылдарҙа Әбйәлил районы мәктәптәрендә әҙәбиәт һәм тел уҡытыусыһы булып эшләй. 1980 йылда Сибайға күсеп килә, мәктәп-интернатта һәм Сибай педагогия колледжында уҡыта.
1996-2001 йылдарҙа «Атайсал» төбәк-ара гәзитенең баш мөхәррире була. 2005-2012 йылдарҙа — Сибайҙа «Сулпан» башҡорт балалар театрының әҙәби бүлеге етәксеһе.
Балалар һәм өлкәндәр өсөн төрлө жанрҙарҙа ижад итте. Уның «Илекле ҡыр», «Мөғжизә көтәм» йырҙар йыйынтыҡтары, «Йырҙарым — йөрәгемдә» электрон йырҙар баҫмаһы, кескәйҙәр өсөн «Олатайым аманаты» шиғырҙары; «Оло Етегән» пьесалар йыйынтығы, Мәктәп сәхнәһе өсөн пьесалар (2010 йыл); «Йәйғор төҫө» шиғырҙар альманахы һәм «Беҙҙең байрамдар» сценарийҙар йыйынтығы донъя күрҙе, аудиокассета, аудиодисктар, видеокассета сығарҙы.
Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының Яҙыусылар, Журналистар берекмәләре ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рамаҙан Өмөтбаев, Ким Әхмәтйәнов, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге премиялар лауреаты.
«Ағиҙел» журналы мөхәрририәте мәрхүмәнең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
Читайте нас в