Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Октябрь 2020, 15:07

Уҙған тәүлектә республикала тағы 83 кешелә коронавирус асыҡланған.

Уҙған тәүлектә Башҡортостанда тағы 83 кешелә COVID-19 асыҡланған, тип хәбәр итте республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#ҺаулыҡҺаҡлау#Коронавирус

Уҙған тәүлектә Башҡортостанда тағы 83 кешелә COVID-19 асыҡланған, тип хәбәр итте республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.
Пандемия башланғандан алып республикала яңы коронавирус инфекцияһы йоҡтороуҙың 10 330 осрағы теркәлгән.
Әлеге ваҡытта 189 кеше стационарҙа дауалана. Үткән аҙнала 800-ҙән ашыу кеше һауығып сыҡҡан.
«Ауырыу кимәле 100 мең кешегә 250 тәшкил итә. Үҫеш темпы 0,8», — тип билдәләне һаулыҡ һаҡлау министры.
Читайте нас: