«Ошо теманың шау-шыу тыуҙырамы, юҡмы икәнен аңларға кәрәк. Хәтерләйһегеҙме, ике йыл элек бының менән шөғөлләнә башлаған ваҡытта аулау эшен ойошторғайныҡ, бөтәһе лә Әбйәлил районына барып, ошо янғынды һүндергәйне. Хәҙер ҡарарға кәрәк: беҙҙә ҡайҙалыр ошо әшәкелек баш ҡалҡытамы? Осраҡтар булһа, йәнә бер районды һайлап алып, һатҡан, халыҡты ағыулаған ҡәбәхәттәрҙән тулыһынса таҙартырға кәрәк», — тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе билдәләүенсә, бутлегерҙар менән көрәштә «бер ниндәй ҙә әхлаҡи, тотоп торған факторҙар булырға тейеш түгел», суррогат һатҡан урындар тураһында хәбәр иткәндәрҙе бүләкләргә кәрәк.
«Башспирт» был эште ойошторһон әйҙә: кем ҡайҙа һатҡандарын әйткән, шул «Башспирт»тан премия ала. Беләм, бындай тәжрибә булғайны. Тимәк, уны йәнә тергеҙергә кәрәк. Тағы бер тапҡыр әйтәм: ошо әшәкелек менән ниндәйҙер әхлаҡи принциптар яҡлы булырға кәрәкмәй. Уны юҡҡа сығарырға ғына кәрәк», — тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.