Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Октябрь 2020, 16:51

Радий Хәбиров коронавирусҡа ҡаршы федераль оператив штаб ултырышында ҡатнашты.

Ил хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Татьяна Голикова рәйесленгендә үткән кәңәшмә видеоконференция тәртибендә уҙҙы. Ултырышта пандемияға бәйле көнүҙәк мәсьәләр күтәрелде. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#НацПроекты#РадийХәбиров

КОВИД-19 күрһәткестәре бер нисә аҙна дауамында тотош донъяла үҫеш күрһәтә. Миҙгел аурыуҙары ла хәлде киҫкенләштерә. Шуға ла һаулыҡ һаҡлау системаһы әҙерлеген тәьмин итеү мөһим тигән фекер белдерҙе Татьяна Голикова.
Башҡортостанда коронавирус таралыуын иҫкәртеү өсөн етди саралар күрелә. 65 йәштән олораҡтар, хроник сирлеләр һәм ауырлы ҡатын-ҡыҙҙар изоляция тәртибенә күсерелгән. Республикаға һауа юлы менән сит илдәрҙән ҡайтҡан граждандарға, ПЦР тест һөҙөмтәләре билдәле булғансы өйҙәрендә ултырыу талабы ҡуйылды. Предприятиеларҙа ковидҡа ҡаршы инспекторҙар эшләй башланы. Йәмәғәт транспорты эшмәкәрлеге лә социаль дистанция һәм санитар гигиена талаптарын иҫәпкә алып ойошторолдо. Мәҙәниәт усаҡтары, кинотеатрҙар тамашалар залының 30 проценты тултырыу шарты менән генә эшләй. Мәктәп каникулдары республикала бер аҙнаға иртәрәк башланды.
Читайте нас: