Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Октябрь 2020, 11:36

Башҡортостан синоптиктары ял көндәренә һауа торошон хәбәр итте

Республика синоптиктары көндәрҙең -12 градусҡаса һалҡынайтыуын фаразлай. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, 23 октябрҙә бер аҙ ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы, иртән юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан, йүнәлешен көньяҡҡа үҙгәртеп, талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә аяҙытҡанда -12, көндөҙ 0, +5 градус. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#ҺауаТорошо

Шәмбе, 24 октябрҙә, республикала епшек ҡар, ямғыр яуыуы, төндә урыны менән сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, боҙлауыҡ, юлдарҙың айырым участкаларында тайғаҡ булыуы фаразлана. Ел көньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 0-дән -5-кә тиклем, көндөҙ +4, +9 градус.
Йәкшәмбе, 25 октябрҙә, бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә 0, +5, көндөҙ +6, +11 градус була.
Читайте нас: