Пандемия шарттарын иҫәпкә алып, ғалимдарҙы тәбрикләү тантанаһы йәмәғәтселек ҡатнашлығынан тыш үтте. Яңы стипендиаттар шағир һәйкәле янында уның шиғырҙарын да уҡып ишеттерҙе. Аҡсалата приз булдырылған ваҡыттан мәртәбәле стипендия менән уҡыу йортоноң 17 йәш ғалимы бүләкләнгән. Улар барыһы ла уҡыу алдынғылары, әүҙем йәмәғәтселәр һәм иң мөһиме ҡасандыр ошо уҡыу йортонда белем алған шағирҙың ижадын йәш быуынға еткерергә ынтылыусылар.