Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен инҡар итеү был трассала бәхетһеҙ осраҡтарҙың артыуына килтергән. Тиҙҙән был арала өҫтәлмә видеотеркәү камералары ҡуйыу ҡарала. 2021 йыл дауамында барлығы 500 видео һәм фото теркәү ҡоролмаһын берктеү планлаштырылған. Статистика шулай уҡ йәйәүлеләрҙе бәрҙереү осраҡтары йышайыуы тураһында ла иҫкәртә. Хөкүмәт премьер министры урынбаҫары Рәиф Әбдрәхимов Өфө ҡалаһы юлдарын яҡтыртыу программаһын әҙерләргә ҡушты.