Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Октябрь 2020, 09:53

Декабрҙә тәүге пациенттарҙы ҡабул итәсәк.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәр аша Стәрлетамаҡта төҙөлә башлаған инфекция дауаханаһындағы эш барышы менән таныштырҙы. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#НацПроекты#МиллиПроекттар

“Бында эш ҡайнай. Ысынбарлыҡта уны “инфекция дауаханаһы” тип әйтеү кәрәкмәйҙер. Кимәле күпкә юғарыраҡ: объект функциялары, тәьминәте, тышҡы күренеше менән донъяуи талаптарға яуап биргән заманса медицина үҙәге буласаҡ. Унда республика халҡы бик уңайлы шарттарҙа дауаланасаҡ.
Яҙғы эш менән сағыштырғанда, киңерәк маҡсат ҡуйҙыҡ: Зубовтағы инфекция үҙәгенән айырмалы, бында ҡабул итеү, бала табыу, балалар һәм операция бүлектәре лә буласаҡ.
Әле ниҙәр башҡарылғанын еткерәм. Ике аҙна самаһы ваҡыт үтте, ә бында ете корпустың да нигеҙ плитәләре һалынған, юлдар эшләнгән, ваҡытлыса электр уты үткәрелгән. Тиҙҙән даими селтәр ҙә буласаҡ. Канализация һалыу буйынса эштәр бара, сөнки аҙна аҙағына тиклем беренсе һәм икенсе корпустарҙың металл конструкцияларын йыйыу фарыз.
Параллель рәүештә хужалыҡ, көнкүреш канализацияһын техник эшкәртеү станцияһы аҫтындағы ер ҙә эшкәртелә.
Әле объектта 123 кеше һәм 47 берәмек техника эшләй. Артабан был һандар үҫәсәк кенә.
Ҡыҫҡаһы, барыһы ла план буйынса бара. Ҡатмарлылыҡтар бар, әммә уларҙы юл ыңғайына хәл итәбеҙ – идара структураһы сәғәт кеүек эшләй.
Декабрҙә Стәрлетамаҡтағы яңы инфекция үҙәге тәүге пациенттарын ҡабул итәсәк. Барығыҙға ла һаулыҡ!” - тип яҙҙы Андрей Назаров.
Читайте нас: