Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Октябрь 2020, 11:11

Вәғәҙә ителгән объекттар халыҡҡа тапшырылырға тейеш

Кисә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров кәңәшмә үткәрҙе. Унда Баймаҡ районын социаль-иҡтисади үҫтереү мәсьәләләре буйынса республика Башлығы күрһәтмәләренең үтәлеше тикшерелде. Видеоконференция тәртибендә уҙғарылған сарала төҙөлөш ойошмалары етәкселәре ҡатнашты. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#НацПроекты#Назаров

Баймаҡ районында социаль объекттар төҙөү графигы ҡаралды. Мәҫәлән, Граф күлендә йыл әйләнәһенә эшләгән этнография йүнәлешендәге балалар һауыҡтырыу лагеры төҙөү планлаштырыла. Шулай уҡ Ҡарағайлы йылғаһы аша күпер реконструкциялана. Был объекттар 2021 йылда сафҡа инергә тейеш. Баймаҡта балалар поликлинкаһы һәм Боҙ аренаһы һалыу күҙаллана.
Премьер-министр Иҫке Сибайҙа мәктәп төҙөү менән шөғөлләнгән генподряд ойошмаһының һәм Капиталь төҙөлөш идаралығының эшен ҡаты тәнҡитләне. Төҙөүселәр материал етмәүгә зарлана. Андрей Назаров Капиталь төҙөлөш идаралығы етәкселегенә урынға шәхсән барып, эшкә контроллек итергә ҡушты. Уның әйтеүенсә, бүленгән аҡса үҙләштерелмәгән осраҡта, киләһе йылға лимит ҡыҫҡартыласаҡ.
– Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың күрһәтмәләре үтәлергә, вәғәҙә ителгән социаль объекттар халыҡҡа тапшырылырға тейеш, – тине ул.
Читайте нас: