Белгестәр төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының тарихына ҡағылышлы документаль материалдар менән таныштырҙы. Стратегик тикшеренеүҙәр институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, философия фәндәре кандидаты Рәфил Аҫылғужин институт ғалимдары тарафынан әҙерләнгән “Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш башҡорттары ырыуҙарының һәм ауылдарының картаһы” тураһында ентекле һөйләп үтте. Был картала ҡайһы ауылдарға башҡорт ырыуҙары вәкилдәре тарафынан нигеҙ һалыныуы асыҡ күрһәтелгән. Тарихи әһәмиәткә сығанаҡтан күренеүенсә, Туймазы ерен элек-электән башлыса Ҡаңны һәм Йылан ырыуы башҡорттары төйәк иткән, шул уҡ ваҡытта башҡа ырыу вәкилдәре лә күсенеп ултырған.
– Был проект халыҡтың ҙур ярҙамы менән тормошҡа ашырылды, сөнки картаны төҙөгән саҡта беҙ архив, статистика материалдарынан тыш, урындағы крайҙы өйрәнеүселәрҙең мәғлүмәттәренә лә таяндыҡ, – ти Рәфил Рифғәт улы.
Стратегик тикшеренеүҙәр институтының социомәҙәни анализ үҙәге етәксеһе, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов сарала ҡатнашыусыларҙы “Без башҡортлар” брошюраһы серияһынан Туймазы башҡорттарына ҡағылышлы демографик, тарихи һәм мәҙәни сығанаҡтар менән таныштырҙы.
Был йыйынтыҡ ярҙамында төньяҡ-көнбайыш башҡорттарҙың милли кейеме, кәсептәре, һөйләш үҙенсәлектәре тураһында бай мәғлүмәт алырға була. Шулай уҡ баҫмала архив материалдарына һылтанмалар ҙа бирелгән. Был брошюра крайҙы өйрәнеүселәр өсөн ҙур әһәмиәткә эйә сығанаҡ булып тора.
– Бөгөн беҙ танышҡан методик ҡулланмалар крайҙы өйрәнеү эшен тағы ла йәнлерәк алып барырға булышлыҡ итер, тип ышанам, – тине Туймазы районының Балтай ауылында йәшәгән Марат Дәүләтов. Әйткәндәй, ул үҙ нәҫеленең шәжәрәһен төҙөү менән тиҫтә йылдан ашыу шөғөлләнә, әле лә мәғлүмәттәр туплауҙы дауам итә. Бөгөнгө көнгә Марат Низаметдин улы документтар менән раҫланған 21 быуынын тергеҙгән, бынан тыш, үҙ нәҫелен 32-се быуынға тиклем асыҡлаған, “әммә улар буйынса тарихи сығанаҡтар табыу бурысы тора”, ти крайҙы өйрәнеүсе. Ауыл мәктәбендә тарих уҡытыусыһы булып эшләгән Марат Низаметдин улы шәжәрәһен өйрәнеү барышында Балтай ауылының тарихына ҡағылышлы ҡыҙыҡлы материалдар ҙа туплаған, былар хаҡында уҡыусылары менән дә ихалс уртаҡлаша.
“Тамға” берекмәһе етәксеһе Зөлфиә Краснова төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының милли кейем үҙенсәлектәре менән таныштырҙы. Ул кейем, туҡыу әйберҙәрендәге үҙенсәлектәрҙе өйрәнеү маҡсатында ошо төбәк буйынса этнографик экспедициялар ойоштора.
Туймазыла үткән осрашыу халыҡтың үҙенең тарихи тамырҙары, шәжәрәһе менән етди ҡыҙыҡһыныуын, тарихи асылына тоғролоҡ һаҡлауын асыҡ күрһәтте.
Мәғлүмәт Башҡортостан гәзитенән тупланды.