Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Октябрь 2020, 19:07

Баймаҡта Бибисара Азаматованы һуңғы юлға оҙаттылар

Бөгөн Баймаҡ районы Мерәҫ ауылында популяр йырсы Бибисара Азаматованы һуңғы юлға оҙатыу сараһы уҙҙы. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#Баймаҡ#БибисараАзаматова

Хушлашыу сараһын райондың билдәле ир - уҙаманы Ирек Ниғәмәт улы Бикмәтов алып барҙы.

"Баймаҡ" яҡташтар ойошмаһы исеменән Шайморат Тимербулатов сығыш яһаны һәм Бибисара апайҙың мәҙәниәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн маҡтаулы исеме булмауына үкенес белдерҙе.

Хөрмәтле яҡташтар Илшат Яхин, Сулпан Асҡарова һәм Мерәҫ ауылы Хакимиәте башлығы тәрән ҡайғылары, хәтирәләре менән уртаҡлашты. Бибисара Азаматованы (үҙенең теләге буйынса) Әпек ауылы зыяратына оҙаттыҡ.

Йәнең ожмахта булһын Бибисара апай!
"Кәкүк, күкүк, әйтсе миңә
Күпме минең ғүмерем ..."
Ошо йырҙа һиҙҙеңме әллә
Һиңә әжәл килерен?"
Кәкүк, кәкүк үпкәләмәм
Аҙ бирһәң дә ғүмерҙе ..."
Ҡайҙан ғына белдең икән
Ғүмер бик тиҙ үтерҙе?
"Кәкүк, кәкүк, ниңә улай,
Һүҙең һаран - бер, ике , өс ..."
Үҙең киттең ... Беҙгә ҡалды
Һинең ғәйрәт, һинең көс.
Моңоң менән, йырың менән
Һин йәшәүгә көс бирҙең ...
Бар ҡайғыһын, бар шатлығын
Ташлап киттҽң был ерҙең ...

/С.Ҡашҡа/
Читайте нас: