Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Октябрь 2020, 18:01

"Китеү" Миңзифа Ҡашҡарова

Ыңҡылдап мыңҡылдап ултырған иренә асыуы килгән Рафиға өҫтәл артына барып ултырҙы ла , сәй яһап алып эсә лә башланы . Иштимере һаман борғаланып ултыра бирҙе.- Рәғиҙә ҡайынбикә китеп барған бит.- Ҡайҙа киткән?- Тегендә киткән бит.- Ҡайҙа тегендә? - эй, ошо Иштимер юнһеҙ булды инде ғүмер буйы, бер хәбәрен аңлап булмай үҙенең. Рафиға йәне көйөп китте лә ҡапыл сәйенә сәсәне.- Апайым үлгәнме әллә?! - ҡысҡырып илап ебәргән әсәләренә ҡыҙҙары ҡурҡып текләне. Сәй ҡайғыһы китте. Йүгереп өйгә инеп күлдәген алыштырып кейҙе лә, күрше урамда йәшәүсе апаһы Рәғиҙә йортона ҡарай атланы Рафиға.Ышаныр ышанмаҫ, берсә сеңләп илап берсә үҙен илауҙан тыйып барып еткәндә, арыу уҡ кеше йыйылған ине инде. Сәлимгәрәй еҙнәһе апаһының баш осонда ултыра, әсәһе лә атаһы ла килгән. Оҙон булып һуҙылып ятҡан апаһына текләп бергилке аптырап торҙо Рафиға. Дөңкөлдәтә баҫып йөрөгән апаһына ни булған? Ауырыманы, һыҙланманы. Ен һымаҡ ине бит үҙе. Быйыл ғына яҙғыһын илле йәшен туйланылар. Үлеп ята торған сағыңдыр шул, ҡуй тор тип апаһының һыуыҡ ҡулын тартҡылап иланы Рафиға. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелЖурналыХикәйә#СәсмәӘҫәрҙәр#Хикәйәләр

Рафиға яҙлы көҙлө өйөн йыуып йышып аҡлап ала торған ғәҙәтен ғүмере буйы ташлай алманы. Кешеләр күптән инде обойҙар йәбештереп, евроремонт эшләтеп бөттө. Бер ул ғына, евролы өйҙә тыным тарыға тип эзбиз менән аҡлауын дауам итә һаман.
Һәәәй, өйҙө аҡлап сыҡҡандан һуң әллә нисә көн буйына борҡоп торған эзбиз еҫенә еткән нәмә бармы икән ул? Бөтә донья сафланып ҡала бит.
Ярата Рафиға өй бағыуҙы. Бына бөгөн дә ең һыҙғанып, ҡара таңдан эш башланы. Һыйыр мыйырын һауып көтөүгә ҡыуып килде лә, быҙауҙарын сығарып ебәрҙе, ҡош ҡортона ем һалды. Сепаратын айыртып ул был эшен теүәлләүгә балалары уянды. Һуҙылып муҙылып ултырырға яратмай ул. Әсәләренең холҡон белгән ҡыҙҙары ла өнһөҙ һүҙһеҙ, тиҙ генә берәр сынаяҡ сәйҙәрен эсә һалдылар ҙа тороп та киттеләр. Рафиға ҡабат ҡабат әйтергә лә яратмай. Ире лә, ике ҡыҙы ла өйрәнеп бөткәндәр. Һәр береһе үҙенә тейешле эште әйттермәй эшләп өйрәнгәндәр. Әсәйҙәре кистән үк өй аҡлайбыҙ тине бит. Алинаһы юрған ҡаралдыны тышҡа сығарып баҫыуға элде, Элизаһы ҡорғандарҙы систе, шундай ваҡ төйәк менән булды. Ире эшкә китте. Сентябрь аҙаҡтары булыуға ҡарамаҫтан көндәр эҫе тора быйыл. Ҡабаланаһы түгел, яйлап ҡына бөтөлмәгән эшеңде эшлә генә.

Кискә табан өсәүләп һыпырып таҙалап сыҡтылар өйҙәрен. Боронғо ике яҡлы ғына өй инде. Иштимере донья көтөргә дәртле түгел уның. Арба ватылһа утын, үгеҙ үлһә ит була тип йәшәй торған иренә эсе бошһа ла Рафиға түҙеп йәшәй бирҙе. Иҫке доньяны үҙенсә матурлап бағып йәшәгән булды инде.
Берәр сынаяҡ сәй эсеп алайыҡ тип ҡаҙанлыҡтағы өҫтәлгә сәй ултыртып ҡына йөрөйҙәр ине, Иштимер ҡайтып инде.
- Рафиға, ултыр әле, тип ҡатынының еңенән тартты.
- Ни булды тағы, асыҡҡан һәм һыуһаған ҡатындың тиҙерәк сәйгә ултырғыһы килә ине, ризаһыҙ ғына ире янына килеп ултырҙы.
- Һөйләй һал да, астан үлеп барам.
- Ней, теге ней бит әле...
Ыңҡылдап мыңҡылдап ултырған иренә асыуы килгән Рафиға өҫтәл артына барып ултырҙы ла , сәй яһап алып эсә лә башланы . Иштимере һаман борғаланып ултыра бирҙе.
- Рәғиҙә ҡайынбикә китеп барған бит.
- Ҡайҙа киткән?
- Тегендә киткән бит.
- Ҡайҙа тегендә? - эй, ошо Иштимер юнһеҙ булды инде ғүмер буйы, бер хәбәрен аңлап булмай үҙенең. Рафиға йәне көйөп китте лә ҡапыл сәйенә сәсәне.
- Апайым үлгәнме әллә?! - ҡысҡырып илап ебәргән әсәләренә ҡыҙҙары ҡурҡып текләне. Сәй ҡайғыһы китте. Йүгереп өйгә инеп күлдәген алыштырып кейҙе лә, күрше урамда йәшәүсе апаһы Рәғиҙә йортона ҡарай атланы Рафиға.
Ышаныр ышанмаҫ, берсә сеңләп илап берсә үҙен илауҙан тыйып барып еткәндә, арыу уҡ кеше йыйылған ине инде. Сәлимгәрәй еҙнәһе апаһының баш осонда ултыра, әсәһе лә атаһы ла килгән. Оҙон булып һуҙылып ятҡан апаһына текләп бергилке аптырап торҙо Рафиға. Дөңкөлдәтә баҫып йөрөгән апаһына ни булған? Ауырыманы, һыҙланманы. Ен һымаҡ ине бит үҙе. Быйыл ғына яҙғыһын илле йәшен туйланылар. Үлеп ята торған сағыңдыр шул, ҡуй тор тип апаһының һыуыҡ ҡулын тартҡылап иланы Рафиға.
Рәғиҙә төҫкә башҡа бик һылыу ине. Ап аҡ йөҙлө, ҡап ҡара сәсле, ҡаштары матурлап һыҙылған кеүек кенә, танауы ла ыҡсым ғына итеп юнып эшләнгәнме ней, Рафиғаныҡы һымаҡ йәмшек тә түгел. Йылмая биреберәк ятҡан апаһы юрый шаяртып ҡына яталыр һымаҡ тойола ине .
- Ышанмайым, ышанмайым, үҙ алдына һөйләнә һөйләнә тупһаға сығып ултырҙы ул. Күҙ алдары ҡараңғыланды, эргәләге кешеләрҙең һөйләгән хәбәрҙәрен дә аңлап етмәне. Шулай ҙа, апаһының төндә үк үтеүен, ҡалаға экспертизаға алып барып ҡайтыуҙарын белде. Хәҙер Мәскәүҙәге берҙән бер ҡыҙы Заринаны көтәләр икән. Әллә ҡайҙағы Мәскәү һынлы ерҙән кеше ҡайтып етеп килә, бынауында эргәһендә ятып Рафиғаға әйтеүсе кеше булмаған. Бер нимә белмәй эш менән булып тик йөрөсәле.
Әхтәм ҡарт менән Бибинур әбейҙең биш ҡыҙынан икәүһе генә ҡалғайны. Йәшләй генә китеп бөттөләр. Бына Рәғиҙә апаһы ла ташлап китте, Рафиға япа яңғыҙы ҡалды ла ҡуйҙы.
Бер йылдан ашыу асыуланышып һөйләшмәй, ҡатышмай йөрөгәйнеләр апалы һеңлеле икәү. Рәғиҙә әллә күпме ярашырға тырышып ҡарағайны ла, Рафиға баш эймәне. Осрағанда һаулығын алманы, саҡырһа барманы, үҙенә саҡырманы. Өйөнә килеп инергә апаһы ла ҡыймағандыр инде. Әсәһе әллә күпме әйтте.
- Ике туған талаша, атҡа менһә яраша. Ҡуй, кеше көлдөрмәгеҙ. Ике бөртөк кенә ҡалдығыҙ, кисер апайыңды, тип.
- Кисермәйем дә кәрәкмәй ҙә миңә апай, тип яуаплағайны Рафиға.
Тартып ҡына торғоҙор ине лә, мәңге тормаҫҡа ятҡан шул апайғынаһы. Рафиға сеңләп сеңләп иланы. Үкенестән үҙәге өҙөлдө. Ысын түгелдер, төштөр тип уйлағыһы килде. Төш түгеллеге аңына барып еткәс ҡабат күҙ йәштәренә ирек бирҙе.
Биш ҡыҙ араһында иң сибәре Рәғиҙә булды. Иң өлкән ҡыҙҙары Рәйхана йәшләй генә һыуға батып үлеп ҡалды. Унан һуң булған Ракиялары биш балаһын етем ҡалдырып утыҙ биш йәшендә генә донья менән хушлашты. Бишенсе сабыйын тапҡанда ниҙер булған ҡатынды табиптар ҡотҡара алманы.
Рәшиҙәләре үҙе китте. Иренең хыянатын күтәрә алманы ҡатынҡай. Үҙенсә еңде ул ирен. Ике бала етем ҡалды. Ҡатыны тере саҡта йөрөмтәл ир, Рәшиҙәне ерләгәс аңҡы тиңке йәшәне. Ҡабат өйләнгеһе лә килмәне.
Рәғиҙә менән Рафиға ике бөртөк кенә ҡалғайнылар. Рәғиҙә магазин тотто, һеңлеһен үҙенә эшкә алды. Икәүләшеп татыу ғына эшләп алып киткәйнеләр инде. Апаһы Рафиғаға ныҡ ярҙам итте, аҡсанан да өҙмәне, аҙыҡ түлеген дә сумкалап ташырға рөхсәт бирҙе. Иштимер боларған ваҡыттарҙа барып араларына ҡыҫылып һәр саҡ кейәүе менән һөйләшер ине. Икәүһен яраштырыр өсөн бөтә көсөн һалды ул.
Икәү ара асыуланышыу ҙа юҡтан ғына килеп сыҡты инде. Магазинға кемдәр генә инеп сыҡмай. Юл ситендә ултырғас бигерәктә. Ауыл эргәһенән Оло юл үтә, унан кемдәр генә үтеп йөрөмәй. Бер үткенсе ир йышлап алды Рәғиҙәнең магазинына. Рафиғаға күҙ һалған икән. Инеп сәғәттәр буйы сыҡмай һатыусы ҡатынды ҡаңғыртып торор ине.
Рафиғаның ундай бындай холҡо булманы бер ваҡытта ла. Ирҙәргә ҡыйшаңлауҙы, шаяртып һөйләшеүҙе белмәне. Өндәшмәй ҡотолһа ла бик шәп әле, Иштимере урамдағы бағананан да ҡыҙғанды ҡатынын.
Бер шулай магазинға ингән һатып алыусы менән апаһының һөйләшеүе ҡолағына салынды бит Рафиғаның. Ишетмәһә яҡшыраҡ булыр ине лә , ишетте шул.
- Был Рафиғаны кейәү бушҡа ҡыҙғанмайҙыр ул, берәй ғәйебе барҙыр. Анау ир ҙә бушҡа йөрөмәйҙер бында, апаһының хәбәренә шаҡ ҡатты Рафиға. Складта йыйыштырып йөрөй ине, ярһып килеп сыҡты ла, магазин асҡысын шаҡылдатып өҫтәлгә ташланы.
- Эшләмәйем магазиныңда! Һиңә ялсы булып ғүмерем үтте. Артымдан һөйләйһең икән әле, еще. Һин бар тиһеңме икенсе ирҙәргә йәбешеп йөрөргә? Үҙеңде бел!
Рафиға ярһып ишекте шарт ябып сығып китте. Ҡабат апаһы менән һаулыҡ та һорашманы.
Рәғиҙә шарылдағыраҡ холоҡло ине. Юҡ бар хәбәр һөйләй торған ғәҙәте арҡаһында кешегә дошман булып ҡалған саҡтары күп булды шул. Тик торған ерҙән һеңлеһен дә үпкәләтеп ҡуйҙы шулай. Инәлеп, ғәфү үтенеп ҡараһа ла Рафиға иремәне. Атайҙары Әхтәм ҡартҡа оҡшап ҡатыраҡ холоҡло ул Рафиғалары.
Әхтәм ҡарт йәштән ҡаты булды. Биш ҡыҙҙы бер таҡтанан ғына йөрөтөп үҫтерҙе.

Рәғиҙәнең артынан ауылдың иң сибәр егете гармунсы Марат йөрөнө. Ҡыҙ ҙа егеттән күҙҙәрен ала алмай ине. Кис етһә ауыл ситендәге тау итәгенә йәштәр йыйылып костер яғырҙар ине. Таң һыҙылғанса геү килеп Мараттың гармунына бейерҙәр ине. Рәғиҙә егетте армияға оҙатып, ҡайтыуын ике йыл көтөп алды. Һылыу ҡыҙға күҙ атыусылар күп булһа ла , ҡыҙ уларға әйләнеп тә ҡараманы. Уның йөрәгендә Мараттан башҡаға урын юҡ ине.
Оҙаҡ дуҫлашып йөрөнө ике ғашиҡ йән. Егет әллә күпме яусы ебәреп ҡараһа ла, Әхтәм ҡарт яусыларҙы кире бороп тик торҙо.
- Әптрәштең улына бирер ҡыҙым юҡ, бөтә һүҙе шул булды. Рәғиҙә әсәһенә илап ҡараһа ла Бибинур әбей ҙә ҡартының һүҙенән сыға алманы.

Күрше егете Сәлимгәрәй Рәғиҙәне оҡшатып йөрөй ине. Тик Рәғиҙә уға ҡарай буламы һуң инде. Атайһыҙ әсәһе менән генә үҫкән егет ҡыҙҙар һымаҡ оялсан да, үҙе килеп тороп йыуаш та ине. Фәтихә әбей улын бигерәк әпәүләп кенә үҫтергәйне шул. Әсәһе эштән ҡайтыуға иҙәндәрҙе йыуып, ашарға бешереп көтөп тороусы Сәлимгәрәйгә йәштәштәре әллә ҡасан уҡ, бисәһүрәт тип ҡушамат та тағып ҡуйғандар ине.
Ер һиңкетеп йөрөүсе баһадир Маратҡа бирмәне Рәғиҙәне атаһы. Ҡыҙынан ризалыҡ та һораманы, бисәһүрәт Сәлимгәрәйгә бата уҡытып тотторҙо ла ҡайтарҙы.
Рәғиҙә буйһонорға теләмәне яҙмышына. Таң атһа әсәһенә йүгереп килде. Оҙатылып барған йортонда торламаны. Әсәһенең эшен эшләп тик йөрөнө. Ҡәйнәһе лә өндәшмәне, Сәлимгәрәй ҙә нисек кәләшен үҙенә ҡаратырға белмәне. Әхтәм ҡарт ҡына ҡыуып ҡайтара ине ҡыҙын. Никахлап бирелгән ир ҡатыны һаналһа ла, Рәғиҙә оҙаҡ ирен үҙенә яҡынлатманы. Икеһе ике урында ятып йоҡланылар, сәй эскәндә лә һөйләшмәнеләр. Рәғиҙә йәшәмәйем, барыбер китәм тип уйланы.
Марат егеттәр менән эскеләп, аңҡы тиңке йөрөй бирҙе лә ситкә сығып китте. Күпмелер ваҡыттан һуң кәләш алып ҡайтты. Мараттың өйләнеүен ишеткәс Рәғиҙә үҙ яҙмышына баш эйҙе. Сәлимгәрәйгә күнде. Һәүетемсә йәшәп киттеләр.
Шунан ҡыҙҙары Зарина тыуҙы. Башҡа балалары булманы, Рәғиҙә үҙе лә теләмәне. Ең һыҙғанып донья көтөргә тейеште. Магазин асып ебәрҙе. Тик тормошо алға барманы. Ҡатын һөйрәү менәнме ни, ир булдыҡһыҙ булғас. Сәлимгәрәйгә бушҡа исем таҡмағанларҙыр, ир исеме күтәреп йөрөһә лә, ҡулына балта сүкеш тә тота белмәй ине. Рәғиҙә утынды кешенән алдырҙы, бесәнгә кеше ялланы. Мунсаһы сереп ергә һеңде, ире йүнәтергә уйламаны ла.
Өй эсе ялтлап торҙо, Рәғиҙәгә эш тә теймәй ине хатта. Иҙәндәр йыуылған, ашарға бешкән, баланың керенә тиклем йыуҙы Сәлимгәрәй. Икмәгенә тиклем бешерҙе. Әхтәм ҡарт менән Бибинур әбей яраттылар кейәүҙәрен. Эсмәй, тартмай, үҙе килеп тороп йыуаш. Бөтә эшен эшләй. Кемгә эләгә әле ундай бәхет?
Ҡыҙҙарының зар илауын аңлай алманы атай менән әсәй. Ә Рәғиҙәнең ғүмере, китәм, ташлап китәм был бисәһүрәтте, тип уҙҙы.
Ҡатыны китәм тиһә, Сәлимгәрәйҙең ҡото осор ине. Ҡаршы бер һүҙ ҙә өндәшмәй гел ыңғайына ғына һыпырып торҙо.
Марат доньяны шаулатып көттө. Ҡатыны батша бисәһе һымаҡ ҡәҙерле, эре генә йәшәне. Бер ауылда булғас күреп, ишетеп торалар бит инде бер берен. Рәғиҙәнең эсе бошто, атаһына үпкәләп йәшәне ул ғөмере буйы.
Бер заман сығып китергә лә йыйынғайны бит ул. Атай әсәһе белеп ҡалып тағы арҡыры төштөләр. Кем белә, бәлки Рәғиҙә лә бәхетле йәшәр ине үҙенсә йәшәһә. Күрәһең яҙмышы шулай булғандыр. Рафиғаның да ғәйебе бар, апаһының сығып китә алмауында.
(Дауамы бар)
Читайте нас: