Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Октябрь 2020, 13:18

Башҡортостан Башлығы Михаил Мурашко менән яңы ковид-госпиталь төҙөлөшөн тикшерҙе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко менән Стәрлетамаҡта 15 декабргә файҙаланыуға тапшырыу планлаштырылған яңы ковид-госпиталь төҙөлөшөн тикшерҙе. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#НацПроекты#Путин

Республика етәксеһе медицина учреждениеһын төҙөгән саҡта Зубов ауылындағы инфекция үҙәген һалыу тәжрибәһе иҫәпкә алынасағын әйтте. Башинформ хәбәр итеүенсә, яңы госпиталдә ҡабул итеү-диагностика һәм операция бүлексәләре, акушер-гинекология блогы, бактерология лабораторияһы, 40 урынлыҡ ятаҡ була.
Михаил Мурашко республиканың ковид-госпиталь төҙөү башланғысын хупланы. Республика етәксеһе министрҙы учреждениены асыуҙа ҡатнашырға саҡырҙы.
Читайте нас: